Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Апрель 2021, 12:40

Ирҙәр ҡорға йыйылды

Өфө ҡалаһының “Торатау” конгресс-холында беренсе “Ирҙәр ҡоро” форумы үтте. Унда республиканың күп балалы атайҙары, сәйәсмәндәр, эшҡыуарҙар һәм йәмәғәт тормошонда әүҙемлек күрһәткән ир-егеттәр ҡатнашты.

Сараны республика Башлығы Хакимиәте булышлығында Башҡортостан Республикаһының “Ирҙәр ҡоро” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойошторҙо. Ирҙәр ҡороноң эшмәкәрлеген әүҙемләштереү, ойошманың проекттары координаторҙары берлеген төҙөү, хәҙерге йәмғиәттә ирҙәрҙең һәм атайҙарҙың социаль статусын күтәреү, уларҙың Башҡортостан Республикаһының социаль-иҡтисади үҫешенә индергән өлөшөнә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, ир-егеттәрҙе ҡала, район һәм ауылдарҙың йәмәғәт тормошона нығыраҡ йәлеп итеү уның төп бурыстары итеп ҡуйылды.
Беренсе форумда республиканың 50 районынан һәм 9 ҡалаһынан 150 ир-егет ҡатнашты. Улар тәжрибәләре менән уртаҡлашты, ғаиләлә патриотик, рухи тәрбиә биреү, йәштәр сәйәсәте һәм спорт, эшҡыуарлыҡ һәм туризмды үҫтереү һорауҙары буйынса майҙансыҡтарҙа эшләне.
Ҡор барышында әүҙемлек күрһәткән бер төркөм ир-егеттәргә “Ил терәге” исемле йәмәғәт наградалары тапшырылды. Комиссия ағзалары күп балалалы һәм һөнәри ҡаҙаныштарға эйә булған атайҙарға айырыуса иғтибар бирҙе, сөнки был награда менән ир-егеттәрҙең, айырыуса атайҙарҙың йәмғиәттәге социаль статусы күтәреләсәк тигән ышаныс бар.
Сара һуңында “Минең атайым - минең батырым” иншалар конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурсҡа 10 көн эсендә 500-ҙән ашыу баланың иншаһы ҡабул ителгән. Жюри ағзалары 6 иншаны еңеүсе тип билдәләне. Бүләкләнеүселәр араһында Инйәрҙең 2-се мәктәбенең I класс уҡыусыһы Зөлхизә Йосопова ла бар. Ул конкурстың призеры булып, “Атайҙар ҡоро” етәксеһе Зариф Байғусҡаров ҡулынан Диплом һәм бүләктәр алып ҡыуанды. Ә атаһы - Аяз Тәлғәт улы Йосопов Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ!
Зөлхизә ЙОСОПОВА:
- Өфөгә барып, шундай форумды күреп ҡайтҡас, үҙем, атай-әсәйем, мәктәбем өсөн ғорурландым. Мин унда бик күп ағайҙарҙы күреп, сәхнәгә сығыр алдынан бер аҙ ҡаушап та киттем. Башҡорт ҡыҙы булыуыма һәм башҡорт мәктәбендә уҡыуыма шатланып ултырҙым. Беҙҙең ағайҙарға, атайҙарға бик күп эштәр эшләргә кәрәк икәнлеген аңланым. Ҡайһы бер атайҙар ҙа ситкә эшкә китмәһә, ваҡыттарын күберәк балалары менән үткәрерҙәр, дәрестә алған яҡшы билдәләрен күреп ҡыуанырҙар ине. Йыраҡта эшләгәс, уларҙың ғаиләләренә бик ҡыйын. Атайҙар ҙа, әсәйҙәр кеүек, һәр ваҡыт балалары янында булһын, улар һымаҡ ярҙам итһен ине.
Мин тағы ла башҡорт милли кейемдә бик күп апай-ағайҙарҙы күреп, Салауат Юлаев һәйкәле эргәһендә ял итеп ҡайтыуыма ҡыуандым! Үҙем дә милли кейемдә булғас, тағы ла күңелем күтәрелде.
Асия һәм Аяз ЙОСОПОВ:
Зөлхизә ҡыҙыбыҙҙың “Минең атайым - минең батырым” иншалар конкурсында ҡатнашып, республика этабында призлы урын алыуы уңайынанайҡанлы ошо сарала булып ҡайттыҡ. Рәсәй Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтан Диплом һәм иҫтәлекле бүләк алып һөйөндөк.
Ирҙәр ҡоро алдына ҡуйған маҡсаттарына өлгәшер тигән уйҙабыҙ. Ир-егеттәр платформаларҙа яҡтыртылған мәсьәләлр буйынса түңәрәк өҫтәл артында кәңәшләштеләр һәм уларҙы бойомға ашырыу юлдарын, пландарҙы асыҡланылар. Илебеҙҙең аҫыл-ир егеттәре ҡор йыйған икән, тимәк, киләсәгебеҙ өмөтлө, рухлы һәм ышаныслы ҡулдарҙа.
Читайте нас в