Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге һәм республиканың муниципаль берәмектәр хакимиәттәре ойошторған сара клуб тибындағы мәҙәниәт учреждениеһы эшмәкәрлеген йәнләндереү, халыҡты мәҙәни хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү, ижади ҡаҙаныштарға дәртләндереү, башланғыстарҙа ярҙам итеү һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең абруйын күтәреүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Ул “Күп тармаҡлы ауыл клубы” һәм “Модель мәҙәниәт йорто” статусына эйә булмаған ауыл клубтары ҡатнашыуы менән үҙенсәлекле.
Конкурс “Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт йорто” һәм “Иң яҡшы ауыл клубы” номинацияларында үтә. Беренсе этапты үтеү өсөн мәҙәниәт усағының эшмәкәрлеген сағылдырған презентация ебәреү талап ителһә, икенсе этапҡа үткәндәр йола байрамын сәхнәләштерҙе. Исмаҡай ауыл клубы “Алтын йыуыу” байрамын күрһәтте.
Конкурстың талабына ярашлы, Интернет аша “PRO.Культура. РФ” платформаһына тоташҡас, алып барыусы Әнисә Хәйбуллина йолаға ҡыҫҡаса аңлатма биреп китте. Шаршау асылғас, сәхнәлә алтын приискыһы күренеше пәйҙә булды. Алтын йыуыу эшендә ҡулланылған төрлө әйберҙәр, эш ҡорамалдары ҡуйылған, бер мөйөштә алтын ҡабул итеү пункты урынлашҡан. Бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар алтын йыуалар, эргәләрендә бала-саға уларға ярҙамлашып, йүгереп йөрөйҙәр. Башҡаларҙан бер яҡ ситтәрәк йөрөгән Ғәйзулла ҡапыл ниндәйҙер ташҡа эләгеп йығылып китә лә, ташты уйната-уйната, ололар янына барып ҡушыла. Был ваҡытта ул таштың алтын булыуын белмәй әле.
Ҡатын-ҡыҙҙар алтын табылмауына зарланып та алырға, эш араһында күңел асып йырлап-бейергә лә өлгөрәләр. Ғабдулла балаларға алтын йыуырға өйрәтә, ул табылһа, нимә эшләргә кәрәклеген аңлата. Бер саҡ үҙенең эшселәрен эйәрткән бригадир килеп инә: “Здравствуйте, здравствуйте, ағайҙар, апайҙар! Как хәлдәр? Удалось вам найти золото? Чем обрадуете?” - тип алтын тапшырыу пунктынан алтындарҙы ҡабул итеп ала. Эшләп арыған, тамаҡтары кипкән эшселәр бригадирҙы сәй эсергә саҡыра. Барыһы ла эш ҡоралдарын һалып, ял итеү урынына ыңғайлай, тик Ғилман ғына урынынан ҡуҙғалмай.
- Эх, тамаҡ ялғарлыҡ бер нәмәм дә юҡ шул минең. Ни шул ҙур ғына алтын табып булмай бит. Әгәр мин ҙур алтын, хазина тапһам туйғансы ашар инем. Шунан өй һалыр инем, ҙурҙан. Матур ғына, аҡыллы ғына кәләш алып ебәрер инем. 50 йылҡы малым булыр ине, ә ваҡ малдың иҫәбе-һаны булмаҫ ине. Эх! Туған-тыумасаларымды ла онотмаҫ инем, ярҙам итер инем. Нисек кенә барып сығарға икән был хазинаға? Был хыялым тормошҡа ашырмы икән? Шайтан ғына өмөтһөҙ, ә мин бит кеше, - тип хыяллана ул яңғыҙ ҡалғас.
Тамаҡ ялғап алғас, эшселәр “Шахта” көйөн йырлай-йырлай йәнә эшкә тотоноуы була, күрше приискынан старателдәр килеп инә. Ғилман улар менән гәпләшкән арала Ғәйзулла уйнатып йөрөгән алтын ташын төшөрөп ебәрә: “Нимә төшөрҙөң һин, Ғәйзулла?” - тип һорай унан Мәрйенбикә. “Йылға буйында матур ғына таш тапҡан инем”, - тип ҡулындағын өлкәндәргә һона. Барыһы ла уның шундай ҙур хазина табыуын күреп шаҡ ҡата. Эшселәр, шатлыҡтан бейеп күңел асҡас, яңы көс, дәрт менән эштәрен дауам итә.
Ғилман ролендә Азамат Атауллин, Ғәйзулла - Нургиз Сафин, Ғабдулла - Радик Мәхмүтов, гармунсы Кирам - Харис Хитауллин, Ниғмәтулла - Данис Мөхәмәтшин, Гөлсәғиҙә - Зәйнәп Иҙрисова, кассир Рафиға - Рәүфә Йосопова, Мәрйенбикә - Гүзәл Ишбулатова, Фәүҡинур - Ләйсән Сафина, Хәмиҙә - Рәүилә Исхаҡова, Наҡия - Нәйлә Шакирова, Хәлимә - Фирүзә Әмирова, Зөләйхә - Эльвира Ноғайғолова, Сәкинә - Ләйсән Мөхәмәтшина, Кәримә - Регина Ҡужакова, бригадир - Владимир Павлович, Ольга - Элина Сафина, Катерина - Галина Еремеева, Николай - Андрей Авдеев, Константин - Алексей Кондратьев, Татьяна ролендә Елена Оника уйнаны.
“Алтын йыуыу” йола байрамында ҡатнашҡан һәр кемдең өҫ-баш кейемдәре заманына тап килтереп һайланған, сәхнә биҙәлеше, әйберҙәрҙең дөрөҫ урынлашыуы ныҡлы уйлап эшләнгән. Сәхнәләштереүҙе әҙерләүҙә күп көс һалған клуб мөдире Регина Ҡужакованы был йәһәттән айырым билдәләп китмәү яҙыҡ булыр. Иртәнән кискә ҡәҙәр репетицияларға йөрөгән ағай-апайҙарға, балаларға, күмәк сәхнәлә Әүжәндән килеп ҡатнашҡан актерҙарға ошондай матур тамаша күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәт.
“XXI быуат йомғағы” республика конкурсының еңеүселәре 1-15 май арауығында билдәләнә. Исмаҡайҙар “Иң яҡшы ауыл клубы” номинацияһында *мотлаҡ еңерҙәр тигән ышаныста ҡалайыҡ!