Был хаҡта тулыраҡ мәғлүмәтте Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы баш табибының поликлиника буйынса урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Гөлнара СӘҒӘҘИЕВА бирҙе:
- Үҙәк район клиник дауаханаһына вакциналар әллә ни ҙур булмаған партиялар менән даими рәүештә килеп тора. Беҙ, прививка яһауҙан тыш, документтар тултырырға, федераль регистрға был пациенттарҙың прививка үтеүен теркәйбеҙ һәм башҡа талап ителгән эштәрҙе үтәйбеҙ. Был бик күп ваҡытты ала. Бынан тыш, вакцинациялау ҡайҙа үтеүенә ҡарамаҫтан, унда мотлаҡ рәүештә табип һәм шәфҡәт туташы булырға тейеш. Башта “Гам-КОВИД-Вак” вакцинаһы 5 кеше өсөн тәғәйенләнгән һауытта булғанлыҡтан, граждандарҙы төркөмдәргә тупларға тура килде. Хәҙер ул бер кешегә яһатыу өсөн тәғәйенләнгән булыуы менән уңайлы.
Вакцинаны ҡала поликлиникаһының 10-сы бүлмәһендә дүшәмбе-йома көндәре иртәнге 8-ҙән киске 6-ға, шәмбе көнө иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 12-гә тиклем (башта Дәүләт хеҙмәте күрһәтеү порталы, 3-23-45 телефоны аша йәки 23-өнсө кабинетҡа мөрәжәғәт итеп алдан яҙылырға кәрәк); шулай уҡ райондың участка дауаханаларында, амбулаторияларында, фельдшеракушерлыҡ пункттарында эшләтергә мөмкин. Әгәр вакциналар күпләп килтерелһә, ҡала поликлиникаһында эш сәғәтен киске 8-гә тиклем оҙайтыу күҙаллана.
Башҡа райондар менән сағыштырғанда, беҙҙә халыҡ әүҙемерәк. Ябай халыҡтан тыш, ойошма етәкселәре коллективтарын яҙҙыра башланылар. Әгәр коллективта 60-тан артыҡ хеҙмәткәр булһа, бригада эш урынына үҙе бара. Мәҫәлән, был аҙнала металлургия комбинатында 61 кешегә прививка эшләнек.
19 апрелдән “Сәләмәтлек поезы” беҙҙең район буйлап маршрутҡа сыҡты. Шуға күрә күсмә ФАП ошо йүнәлештә эшләй һәм ҡала эсендә прививкалар эшләүҙе ваҡытлыса туҡтатып торорға тура килде. Бөгөнгө көндә “Аструм” ҡала баҙары һәм “XL” сауҙа үҙәге етәкселәренән санитар нормаларға тап килгән бүлмә биреүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек, һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Әгәр был мәсьәлә ыңғай хәл ителһә, сауҙа үҙәктәрендә вакцина эшләү өсөн белгестәр табасаҡбыҙ.
Уларҙа тауыш көсәйткестәр булыуы ла ыңғай күренеш, халыҡҡа уның ярҙамында мәғлүмәт биреү мөмкинлеге буласаҡ.
еҙгә йәнә 200 доза “Вектор” вакцинаһы килде. Уның 150-һе район, 50-һе ҡала халҡына бүленде. Был бөтөнләй башҡа төрлө препарат. Уны һаҡлау өсөн түбән температура талап ителмәй һәм 60 йәште уҙған кешеләргә, яман шеш ауырыуҙарына дусар булғандарға эшләтергә ярамай! “Гам-КОВИД-Вак” вакцинаһынан айырмалы рәүештә унан һуңғы иммунитет 2 тапҡырға әҙерәк ваҡытҡа етә һәм шулай уҡ 21 көн арауығы менән 2 тапҡыр эшләнелә.
“Гам-КОВИД-Вак” вакцинаһы йәмғеһе 4780 доза ҡабул ителде. 13 апрель көнөнә ҡарата район-ҡалала 3230 кеше прививканың беренсе дозаһын алған, 2330 кеше тулыһынса вакцинацияланған. Планға ярашлы
район буйынса 48 мең кешегә эшләргә тейешбеҙ.
Прививка эшләткән граждандарҙың 99 проценты уны яҡшы кисергән. Бик һирәктәрҙең генә бер аҙ тән температураһы күтәрелгән, тәндәре һыҙлаған. Үҙем прививканы февраль айында эшләттем. Беренсеһенән һуң һаулығымда үҙгәрештәр тойолманы, икенсе өлөшөнән һуң бер аҙ быуындар хәлһеҙлеге тойолдо. Дәүләтебеҙ үҙ халҡының сәләмәтлеге өсөн барыһын да эшләргә тырышып, ошондай мөмкинлек биргәндә, уның менән файҙаланып ҡалыу кәрәк, - тине Гөлнара Альфред ҡыҙы.