Рим империяһы ваҡыттарында ярашыу балдағын тимерҙән яһай башлайҙар. Ул осорҙарҙа был биҙәнеү әйберенә айырым мәғәнә һалына. Балдаҡ - сикһеҙлек символы, ә тимер - «беҙҙе ҡәбер генә айырасаҡ» тигән анттың тимерҙән булыуын, йәғни боҙолмаясағын аңлата. Туйҙан һуң йөҙөктө алтынға алыштырып килгәндәр. Һәм бөгөнгө көнгә тиклем ул алтындан эшләнә.
Кәләш никах балдағын кейә икән, халыҡ ышаныуҙары буйынса, ул уны һалмаҫҡа тейеш. Элек алтын бик ҡиммәт торған, йөҙөк ҡатын-ҡыҙға бүләк иткән берҙән-бер һәм иң ҡиммәт әйбере булған. Ул тол ҡалған осраҡта, йөҙөктө һатып, аҡсаһын йәшәүгә тотонған.
Балдаҡты һалмайынса кейеп йөрөүгә психология яғынан да аңлатма бирәләр. Балдаҡты кейеп йөрөп, тирә-яҡтағыларға ғаиләле булыуыңды күрһәтәһең. Әгәр ҙә парҙың береһе балдағын һалырға ҡарар ҡыла икән, ул тоғролоҡ антынан ваз кисергә әҙер тигән һүҙ. Ә хыянатты иҫкәртеү өсөн сираттағы ышаныу барлыҡҡа килгән: балдағыңды һалаһың икән, ғаилә тарҡала һәм йәрең үләсәк.
Балдаҡ менән бәйле тағы бер ышаныу бар. Тантанала кейеп торор өсөн генә кемдәндер никах балдағы алып торорға ярамай. Имеш, ул яуызлыҡты тарта. Йәштәр тыныс йәшәмәйәсәк. Быға ла аңлатма табып була: ир-ат балдаҡ та һатып ала алмай икән (ә уны кейәү һатып ала), тимәк, ул ғаиләһен ҡарай алмаясаҡ. Ә ғаиләлә сыҡҡан низағтарҙың төп сәбәпсеһе: аҡса етмәү.
Тағын бер ышаныу бар: туй ваҡытында йәштәр бармағынан балдаҡ төшөп китә икән, бәхетһеҙлеккә. Имеш, бергә оҙаҡ йәшәй алмаясаҡтар. Быға ышанырға кәрәкмәй. Тулҡынланыуҙан туйҙа йөҙөк төшөрөп ебәргән бик күп парҙар бар, барыһы ла берҙәм татыу йәшәй.