Әгәр ир кешенең туй балдағын кейеп йөрөгөһө килә икән, көмөштө кейһен. Ир-аттар өсөн көмөш балдаҡ кейеү - сөннәт, сөнки Мөхәммәд Пәйғәмбәрҙең (с.ғ.в.) шул металдан балдаҡ кейеп йөрөүе билдәле.
Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләм алтынды ожмахтың биҙәнеү әйбере тип атай. Алтын-көмөштән эшләнгән һауыт-һабанан ашау ҙа тыйылған. Был тәртип боҙоу билгеһе тип тә һанала. Әйтәйек, ҡайһы бер ярлыларҙың ризыҡ алырлыҡ та аҡсаһы юҡ, ә кемдер алтын табаҡтан ашап ултыра, ти. Был күренеш ярлыларҙың күңелен рәнйетеү тип ҡабул ителә.