Бѳтәһе 4,5 миллион һумлыҡ сертификатты 2007-2017 йылдарға “Торлаҡ” федераль маҡсатлы программаһының “Йәш ғаиләләрҙе тәьмин итеү” ярҙамсы программаһында ҡатнашҡан 5 ғаилә алды.
Йәш ата-әсәләргә документтарҙы муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Теләүбаев тапшырҙы. Социаль ярҙамға эйә булған Екатерина Владимировна Муллағәләмова, Ләйсән Фуат ҡыҙы Хәлилова, Павел Константинович Петренко, Григорий Михайлович Плохов, Виталий Александрович Давыдов артабанғы тормоштары өсөн мөһим булған сараға ғаиләләре менән бергәләп килгәйне.
Үткәл ауылында йәшәгән Ләйсән һәм Алгиз Хәлиловтар (һүрәттә) дәүләттән ярҙам алыуға сиратта 2016 йылдан алып торған:
- Беҙ Абдулла, Мәликә, Әминә исемле өс бала үҫтерәбеҙ. Иң олоһона тиҙҙән 8 йәш булһа, бәләкәсебеҙгә 1 йәш. Беҙ ҙә, күптәр кеүек, үҙебеҙҙең иркен, матур йортобоҙҙа йәшәргә, балаларыбыҙға лайыҡлы тәрбиә бирергә хыялланабыҙ. Дәүләт ярҙамын менән йортобоҙҙо төҙөп бөтөп, унда тиҙерәк күсергә теләйбеҙ. Уның дизайнын, ниндәй төҙөлөш материалдары ҡулланырыбыҙҙы уйлай башланыҡ. Сертификат алыуға 5 йыл сиратта торһаҡ та, уны алырыбыҙға бер ҡасан да өмөтөбөҙ өҙөлмәне, - ти Ләйсән Фуат ҡыҙы.