Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
31 Май 2021, 10:15

Һауаларға уҡ сорғоттом…

“Арский ташы” туристик базаһында ике төр ярыш буйынса уҡтан атыу турниры үтте.

Муниципаль район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физик культура һәм спорт бүлеге, Йәштәрҙең ял үҙәге ойошторған сарала Белорет, Әбйәлил, Учалы, Баймаҡ, Бөрйән, Хәйбулла райондарынан һәм Өфө, Сибай ҡалаларынан 50 мәргән уҡсы ҡатнашты.
Сосновка ауылы ағинәйҙәре, бәйгегә йыйылыусыларҙы сәләмләп, музыкаль күстәнәс бүләк иткәндән һуң, муниципаль район хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, спорт һәм физик культура бүлегенең төп белгесе Вера Бубнова, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Ирина Ванина, Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Азамат Мөхәмәтйәров, республикала “Мәргән уҡсы” хәрәкәтен ойоштороусы, Республика халыҡ ижады үҙәгенең традицион, халыҡ уйындары буйынса төп белгесе Юлай Ғәлиуллин, Йәштәрҙең ял үҙәге директоры Вероника Шайхатарова, райондың иң яҡшы уҡсыларының береһе - Нуриман Хәйруллин сығыш яһап, бәйгеселәргә теләктәрен еткерҙе. Йәштәрҙең ял үҙәгенән Илнур Әхмәтшин рухлы йыр бүләк итте.
Унан һуң турнирҙа ҡатнашыусыларҙың кейемдәре талапҡа ярашлы булыуына ентекле күҙәтеү үткәрелде. Улар тарихи милли өҫ-баш кейемендә, атап әйткәндә, тәбиғи тиренән, йөндән, синтетик булмаған тауарҙан тегелгән булыуы мотлаҡ шарт ине.
Турнир этаптары түбәндәгесә булды: “Һөжүм”дә - 30, 25, 20, 15 һәм 10 метрҙан, “Тиҙ атыш”та - 20 метрҙан, “Йәйләү атышы”нда - 40 метрҙан, “Төрөк путаһы”нда ир-егеттәргә 70, ҡатын-ҡыҙҙарға 55 метр арауығынан билдәле ваҡыт эсендә сәпкә тейҙереү бурысы ҡуйылды. Атта сабып барған килеш ике һәм өс уҡ сәпкә атып өлгөрөү этабы иһә иң ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғысы булды. Көндөң эҫе, томра булыуына ҡарамаҫтан, Арский ташы яланына халыҡ бәйге барышын күҙәтергә бер туҡтауһыҙ ағылып торҙо. Уҡтарҙың һыҙғырып ҡына сәп кә тейеү тауыштары, көйәрмәндәрҙең бәйгеселәрҙе дәртләндергән, ҡеүәтләндергән һүҙҙәре яңғыраны...
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 43-сө һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: