2020 йылда “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан бүлексәһендә “Бер кем дә онотолмаған…” исемле проект булдырылды. Уның сиктәрендә бөгөнгө көндә 872 ҡәберлек тәртипкә килтерелгән. Ошо йәһәттән Инйәр ауылының христиандар зыяратында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Иван Семеновтың ҡәберлегенә һәйкәл ҡуйылды. Был инициативаны ветерандар советы рәйесе Насир Әлибаев күтәреп сыҡҡан.
- Иван Архипович тураһында башта һуғыш ваҡытында танкта янған, тигән генә мәғлүмәт билдәле ине. Архивҡа, хәрби комиссариатҡа мөрәжәғәт итеп, документтарҙы тапҡас, уның 1941-1945 йылдарҙа инженер-сапер бригадаһында сержант званиеһында һуғышта ҡатнашыуы, 45-се йылда үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһында янып, бер йыл госпиталдә ятҡас ҡына тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтыуы билдәле булды. Һөйләүҙәре буйынса, тәненең 45 проценты зарарлана - бармаҡтарының остары янып, аҙ-маҙ әйбер тоторлоҡ ҡына ҡала йөҙө лә ҡурҡыныс була. Инйәрҙә атаһы менән генә йәшәп, 56-сы йәшендә донъя ҡуя. Булған орден-миҙалдарын да бергә ерләйҙәр.
Яугирҙың ҡәберлеген дәүләт программаһына ярашлы төҙөкләндереүҙәрен һорап хәрби комиссариатҡа ике тапҡыр - 2015, 2020 йылдарҙа хат яҙҙым. Улар был хоҡуҡты тик 1993 йылдан башлап мәрхүм булған Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ғына бирелеүе тураһында яуап хаты яҙҙы. Быйыл район-ҡала ветерандар советы рәйесе итеп Николай Иванович Платонов тәғәйенләнгәс, тынғы бирмәгән хәл тураһында уға хәбәр иттем. Ул был мәсьәләгә ыңғай ҡараш белдерҙе, һәм 2-3 көндән Инйәрҙә муниципаль район хакимиәте башлығының дөйөм мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Иван Лавренов менән берлектә үтәсәк йыйылышҡа комиссия төҙөргә, буласаҡ һәйкәлдең макетын әҙерләргә ҡушты”, - тип бәйән итә Насир Арыҫлан улы.
Шулай итеп, Насир Әлибаев, Инйәрҙәге 1-се мәктәп директоры Элина Ғафарова, 2-се мәктәп директоры Рәфил Иҙрисов, 3-сө мәктәп музейы мөдире Петр Черепанов, шәхси эшҡыуарҙар Миннихан Ғәйнетдинов, Рим Исхаҡов һәм Вил Солтановтан торған комиссия төҙөлә. Иван Лавренов, Инйәр ауыл хакимиәте башлығы Альберт Азаматов, ветерандар советы ағзалары, хәрби комиссариат белгесе һәм комиссия ағзалары ҡатнашлығында үткән йыйылышта “Бер кем дә онотолмаған…” проектын тормошҡа ашырыу маҡсатында бурыстар билдәләнә, финанс мәсьәләһен сисеү юлдары ҡарала.
Финанс мәсьәләһе өсөн яуаплы итеп тәғәйенләнгән Элина Рәлиф ҡыҙы мәҙәниәт идаралығы менән һөйләшеп район мәҙәниәт һарайында Бөйөк Ватан һуғышы тураһында фильм күрһәтелә һәм унан килгән аҡса һәйкәл ҡуйыу өсөн йүнәлтелә. Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та уларҙың изге ғәмәлдәрен ишетеп, аҡсалата ярҙам итә. Бынан тыш бағымсылар ярҙамы менән ярайһы сумма йыйылғас, ритуал салон хужаһы Александр Владимировичҡа мөрәжәғәт итәләр. Архангелдә эшләнгән һәйкәлде тиҙ арала Инйәр ауыл хакимиәте машина менән алып ҡайтып ҡуя. 5 май көнө уны урынлаштырыуҙа ветерандар советы ағзалары Евгений Дронов, Мансур Сәйғәфәров һәм хаҡлы ялдағы Андрей Медколев ихлас ярҙамлаша.
Шулай итеп, изге ғәмәл күмәк көс һәм тырышлыҡ менән тиҙ арала тормошҡа ашырыла. Инйәрҙә Бөйөк Еңеүҙең 76-сы йыллығына арналған митингынан һуң, был изге эште атҡарыусылар 1-се мәктәптең юнармеецтары менән берлектә Иван
Архиповичтың яңыртылған һәйкәленә сәскәләр һалып, уның тураһындағы хәтерҙе яңыртты. Киләсәктә инйәрҙәр был юҫыҡтағы эштәрҙе дауам итергә, яуҙаш-яҡташтарының иҫтәлеген мәңгеләштерергә йыйына.