9 май көнө Сахалин өлкәһенең Корсаков ҡалаһында Еңеү парадында Бөтә Рәсәй сик һаҡсылары берләшмәһе инициативаһы менән “Сахалиндан Брестҡа тиклем Еңеү йондоҙо” патриотик акцияһына старт бирелде. "Еңеү йондоҙо"н Ужурҙа ҡаршы алдылар һәм “Ҡайғылы әсә” мемориалы янында тантаналы митинг үтте. Акция 21 июндә Брест герой-ҡалаһында тамамлана.
"Еңеү йондоҙо" эстафетаһын Силәбе өлкәһенән Белорет ҡалаһына тапшырыу Геройҙар аллеяһында тантаналы рәүештә үтте. Тынлы оркестр маршы аҫтында "Еңеү йондоҙо"н ҡаланың 20-се мәктәбе кадеттары, саҡырылған ҡунаҡтар һәм запастағы яугирҙар оҙатыуы аҫтында индергәндән һуң, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан белореттар иҫтәлегенә Мәңгелек утҡа веноктар һәм сәскәләр һалынды, бер минут тынлыҡ иғлан
ителде.
Унан һуң муниципаль район хакимиәте башлығының кадрҙар һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Иван Лавренов, Магнитогорск ҡалаһының “Патриот” мәрхәмәтлек фонды директоры, запастағы лейтенант, афған һуғышы ветераны Андрей Замесин, һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандарының “Ҡанатлы гвардия” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Александр Бетин, запастағы яугир пограничниктарҙың “Сик” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Сергей Салов сығыш яһаны:
- Беҙгә "Еңеү йондоҙо" эстафетаһында ҡатнашыу хөрмәте тейҙе. Эстафета юлындағы утыҙҙан ашыу ҡала иҫәбендә Белорет та бар. Ҡалабыҙ исеме 21 июндә Брест ҡалаһында урынлаштырыласаҡ туҡымаға яҙып ҡуйыла. Рәсәйҙең сик һаҡсылары берләшмәһенә һәм илебеҙ халҡына тыныс күк йөҙө теләйем, - тине Александр Владимирович.
Иҫтәлеккә күмәкләп фото төшкәндән һуң, запастағы сик һаҡсылары ҡунаҡтар менән бергә Еңеүҙең 40 йыллығы скверындағы “Бөтә быуын пограничниктары” иҫтәлекле знагына сәскәләр һалды.