Ыҡсым ғына башҡорт тирмәһе ҡоролған, милли аш-һыуҙарҙан өҫтәл урынлашҡан майҙанға һѳбә таяғына бүләктәр аҫҡан һөбәсе батыр егет (Эльвира Рамазанова) килеп инде һәм балаларҙың сослоҡтарын, етеҙлектәрен һынарға килеүе, үҙенә алмаш эҙләүе тураһында хәбәр итте. Балалар Тамъян һәм Күбәләк ырыуҙарына бүленеп, үҙҙәренең орандары менән таныштырҙы, йыр менән сәләмләне һәм бер-береһенә милли ризыҡтарҙы күстәнәс итеп бирҙе. Унан һуң ат “сабышы”, тоҡ менән һуғыш, ҡалаҡҡа йомортҡа һалып йүгереү, күнәк менән һыу ташыу, арҡан тартыу, тоҡ кейеп йүгереү кеүек ярыштар башланды. Балалар береһенән-береһе тырышып, иң-иңе булырға тырышты. Батыр егет еңеүселәргә бүләктәрен өләшеп торҙо. Уйындар тамамланғас, барыһы ла бергә “Үҙән буйы” бейеүенә төштө.
Һуңынан һѳбәсе ярыштарға йомғаҡ яһап: “Миңә алмашҡа сос, етеҙ балалар үҫә икән. Байрамдан бик ҡәнәғәт ҡалдым”, - тине шатланып. Башҡорт көйҙәренә теҙмәгә флешмоб бейегәндән һуң төркөмдәргә Грамоталар һәм татлы приздар тапшырылды.