Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Июнь 2021, 17:47

Иман юлы - изгелек

Хәл апрелдә була. Малай менән ҡыҙыҡай быуа буйында уйнап йөрөй. Сосорағы быуа ярына яҡыныраҡ килә һәм яңылыш һыуға төшөп китә. Ярай әле Зөлфәр Хәлитов уларҙың тауышын ишетеп, эргәләренә йүгереп бара һәм һыуҙа сәбәләнгән баланы күреп ҡала. Ул, күп уйлап тормай, ярҙамға ташлана һәм батып барған малайҙы һыуҙан сығара.

Ҡала мунсаһы хеҙмәткәрҙәре уйған мәкелә ҡойонорға яратҡан, әле лә быуаға һыу инергә китеп барған ҡотҡарыусыһы килеп сыҡмаһа, хәл нимә менән тамамланыры билдәле ине.
...Малай ҡурҡҡан һәм өшөгән. Өҫтәүенә быуала баш кейемен дә юғалтҡан. Ҡотҡарыусыһына тәүге һүҙе лә: "Шәпкәмде юғалттым. Хәҙер әсәйем үлтерә инде", була. Зөлфәр Әхтәм улы 8 йәшлек Егорҙы тиҙ генә 1-се ҡала мунсаһына алып инә. Ауырымаһын өсөн баланы бер нисә тапҡыр сабындырып, йыуындырғансы, мунса хеҙмәткәрҙәре Егорҙың кейемдәрен йыуып, киптереп тә ҡуялар. Эҫе сәй менән һыйлайҙар. Полиция хеҙмәткәрҙәре малайҙы өйөнә тиклем оҙатып ҡуя. Улар ҙа Зөлфәр Хәлитовҡа баланы ҡотҡарған өсөн рәхмәт белдерә.
Ваҡиға ошоноң менән тамамланыр ҙа ине, әгәр ҙә яңы боролош алмаһа.
Зөлфәр Әхтәм улы сәләмәт тормош алып барып ҡына ҡалмай, дини кеше лә. Ул был хәлде мәсеттә һөйләй һәм бергәләшеп Егорға, ата-әсәһенә ярҙам итеүҙәрен һорай. Диндәштәре лә уның тәҡдимен хуплап сыға. Исламда, бигерәк тә Рамаҙан айында, мохтаждарға ярҙам итеү изге эш һанала. Беренсе класты тамамлаған Егор Старостинға яңы велосипед бүләк итергә ҡарар итәләр. Велосипедтың да ниндәйен бит әле... Бер нисә йылға етерлеген, йыйылмалыһын. "Жәмиғ" мәсетенә йөрөгән диндарҙар, Белорет, Учалы, Бөрйән райондары ахуны Исмәғил хәҙрәт, шулай уҡ республиканың суфыйсылыҡ буйынса төп етәксеһе - Усман шәйех тиҙ арала аҡсаһын да йыйып бирәләр.
Изгелек ит тә һыуға һал, балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халиҡ (Хоҙай) белер, ти халыҡ мәҡәле. Зөлфәр Хәлитов та баланы ҡотҡарыуын батырлыҡ тип иҫәпләмәй. Ә батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ уның ҡанында. Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғолов нәҫеленән бит ул. Атаһы ла Бөйөк Ватан һуғышында Германияла аяғын ҡалдырған ҡаһарман. Егорға бүләкте тапшырғанда ла:
- Кеше ғүмере тураһында һүҙ барғанда, һәр кем ошо аҙымға барыр ине. Сәләмәт тормош алып барыу яҡлымын, шуға һалҡын һыуҙан ҡурҡып торманым, баланы ҡотҡарырға ашыҡтым. Башлығын юғалтҡанына борсолған балаға уныһын да алып бирҙек. Башҡа бындай бәләгә тарымаҫ тип ышанабыҙ. Велосипед бүләк итеүебеҙҙең сәбәбе лә бар. Яр буйында уйнағансы, хәҙер урамында велигында ғына йөрөһөн. Үкенескә ҡаршы, һыуға батып үлеү осраҡтары йыш ҡабатланып тора. Егор ғына түгел, башҡалар ҙа һыуҙан һаҡ булһындар ине, - тине Зөлфәр Хәлитов.
Егор менән һөйләшеп булманы. Бәхетле малай яңы велигында мажаралар артынан ҡала урамы буйлап елдерҙе. Уның ҡарауы, әсәй кеше балаһын үлемдән йолоп алып ҡына ҡалмай, велосипед та бүләк иткән ҡотҡарыусыға рәхмәттәрен уҡыны.
Эйе, ошондай ҡыйыу ағайҙарыбыҙ күберәк булғанда, балаларыбыҙ ҙа ышаныслы ҡулдарҙа. Уларҙың бөгөнгөһө, киләсәге өсөн борсолаһы түгел. Тик йәштәр, балалар үҙҙәре генә уларҙы ҡыйын хәлдә ҡалдырмаһын.
Читайте нас: