Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
3 Июнь 2021, 17:31

Өлкәндәрҙә - аҡыл, тәжрибә, балаларҙа өмөтлө киләсәк

Сермән ауыл хакимиәте аҡһаҡалдары һәм Шығай ауыл хакимиәте ветерандары элек-электән бер-береһе менән аралашып, төрлө сараларҙа бергә ҡатнашып йәшәй. Тап 1 июнь - Халыҡара балаларҙы яҡлау көнөндә Шығай хакимиәте башлығы Хәлим Юлдаш улы Ғәлиастанов менән ветерандар советы рәйесе Фәтих Һаҙый улы Мөхәмәтдинов сермәндәрҙе үҙ биләмәләре, социаль учреждениелары һәм халҡы, эштәре менән таныштырыу, тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында семинар-практикумға саҡырҙылар.

Хәкимйән Ғилметдин улы Хәйретдинов етәкселегендә аҡһаҡалдар - Ғәфәр Әбделвәли улы Ғәлиуллин, имам-хәҙрәт Ғаззал Салауат улы Нәбиуллин, Мансур Зәйнетдин улы Ғаззалов, Ғәни Шаһивәли улы Задин, ветерандар советы рәйесе Мостафа Әхмәт улы Харисов, Сермән ағинәйҙәре етәксеһе Лилиә Вил ҡыҙы Сибәғәтова ҡатнашлығындағы делегацияны иң тәүҙә Үткәл мәктәбе алдында ҡаршы алдылар. Улар, уҡытыусылар менән уҡыусыларҙы байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткергәндән һуң “Йәнбикә” яланында үтәсәк бәләкәй һабантуйға оҙаттылар.
Мәктәп директоры Ринат Әшрәф улы Йылҡыбаев ҡунаҡтарҙы мәктәп менән таныштырып, уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың уңыштары, ҡаҙаныштары, балалар менән өлкәндәр араһындағы бәйләнештең тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булыуы тураһында һөйләне. Директор урынбаҫары Дилә Әхтәм ҡыҙы Йомағужина мәктәп тарихына байҡау яһаны. Был иркен, матур, бөтә уңайлыҡтары булған мәктәпте 1998 йылда Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы Рәхимов асҡан. Бында 11 уҡытыусы - юғары, 5 уҡытыусы I категорияға эйә. Күп уҡытыусыларҙың юғары наградаларға эйә булыуы коллективтың көслө һәм берҙәм булыуына ишара.
Үткәл мәктәбе бинаһында урынлашҡан медпункт хужабикәһе Айһылыу Мәүлит ҡыҙы Йомағужина аҡһаҡалдарға сәләмәт йәшәү рәүешен алып барыу серҙәре менән бүлеште, тәҡдим, кәңәштәрен еткерҙе.
Мәктәп янында фотоға төшкәс, аҡһаҡалдар Үткәл мәсете менән танышты, иман йорто хужаһы Ринат Хәлилов менән намаҙ уҡып доға ҡылғандан һуң тәрбиәүи темаға әңгәмә ҡорҙолар, теләктәрен әйттеләр.
Үткәл мәҙәниәт йорто коллективы, “Үткәл” халыҡ фольклор ансамбле йыр-моң, таҡмаҡтар, икмәк-тоҙ һәм буҙа менән ҡаршы алдылар. Дәртле аҡһаҡалдар етеҙ хәрәкәттәр менән бейергә лә төштөләр. Мәҙәниәт йорто директоры Мәҙинә Айытбай ҡыҙы Йомағужина мәҙәниәт йорто, коллективтың уңыштары, ҡаҙаныштары менән таныштырҙы. Ҡыштарын һалҡын булған бәләкәй генә иҫке бинала эшләп, төрлө конкурстарҙа ҡатнашҡан, уңыштарға ирешкән китапханасы Сулпан Ирек ҡыҙы Мырҙабаеваға һоҡланмау мөмкин түгел. Йәш быуынды өлкәндәрҙең лайыҡлы алмашсылары, илебеҙҙең патриоттары итеп тәрбиәләүҙә китапхананың, китаптарҙың ни тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуы тураһында һөйләп тороу ҙа кәрәкмәйҙер. Үткәлдәрҙең был мәсьәләне лә ыңғай хәл итеренә шик юҡ, сөнки бында үтә тырыш, аңлы халыҡ йәшәй. Хөсәйендә төҙөлгән яңы мәсет менән Рауил Алсынбай улы Иҫәнғужин таныштырҙы. Күҙ яуын алып торған ыҡсым ғына мәсет бөтәһендә лә һоҡланыу тойғолары уятты. Намаҙ уҡып, хәйер-саҙаҡа һалғандан һуң һәммәһе лә Үҙәнбашҡа юл тотто. Үҙәнбаш мәктәбендә үткән йылы осрашыу ысын мәғәнәһендә семинарҙың кульминацияһына әйләнде. Мәктәп коллективы, клуб хеҙмәткәрҙәре һәм ағинәйҙәр ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, буҙа һәм йыр-моң менән ҡаршы алғандан һуң, Нурия Мәүлижан ҡыҙы Шаһиморатова мәктәп, балалар баҡсаһы буйлап экскурсия яһаны. Кабинеттарҙың биҙәлеше, музей экспонаттарының байлығы һәммәһендә лә сикһеҙ һоҡланыу тойғолары уятты. Һәр кабинетты уҡыусыларҙың ҡул эштәре биҙәй. Хатта мәктәп яны участкаһына йәшелсә-емеш, сәскә үҫентеләрен дә үҙҙәре әҙерләйҙәр. Аҡһаҡалдарҙың: “Эх, ошондай мәктәптә бер көн генә булһа ла уҡырға ине!” - тигән һүҙҙәре коллективтың эшенә иң юғары баһа булып торғандыр. Мәктәп менән балалар баҡсаһы ысын мәғәнәһендә тылсымлы бер донъяны хәтерләтә шул. Тамаша залындағы сараны Нурия Мәүлижан ҡыҙы асып ебәрҙе һәм ҡыҫҡаса мәктәптең, уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың уңыштары, асыштары, еңеүҙәре тураһында әйтеп үтте, ҡунаҡтарға семинар эшендә уңыштар теләне.
Зөлфирә Сөләймәнованың тулы мәҡәләһен гәзиттең 45-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: