Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Июнь 2021, 10:50

Малға хужа булалмаһаң, аҡсаң сығыр

Иректә йөрөгән ат йәки һыйыр малы тураһында ҡаланың төҙөкләндереү бүлегенә 3-40-30, 3-01-45 телефондары буйынса хәбәр итергә мөмкин...

Ҡарауһыҙ йөрөгән малтыуарҙың юлдарҙа ҙур хәүеф тыуҙырыуы, юл-транспорт фажиғәләре, кеше ғүмере өҙөлөү осрағына килтереүе билдәле. Бынан тыш, ҡала урамдарында түтәлдәге сәскәләрҙе юҡҡа сығарып, кемдәрҙең хәләл көс түгеп
үҫтергән үҫентеләрен сабынлыҡтарҙы тапап йөрөүҙәре лә ыңғай күренеш түгел.
Эйе, быға көтөү мәсьәләһе киҫкен тороуы сәбәпсе. Ҡайҙалыр ул ойошторолған осраҡта ла күптәр, мал башы өсөн хаҡтарҙың юғары булыуынан ҡурҡып, малын көтөүгә ҡыуыуҙан баш тарта, йә ул аҡсаға риза булып көтөү көтөрлөк кешеһен табып булмай. Халыҡ та аптырап тормай - авария осраҡтарында, йә башҡалар мөлкәтенә малы зыян килтергән хәлдәге яуаплылыҡтан ҡасыу маҡсатында, малдарының ҡолағындағы бирканың һандарын танымаҫлыҡ итеп юя, йә бөтөнләй алып ташлай. Шундай хәлдәрҙең береһенең шаһиты булырға тура килде - бер ауыл ситендәге трассала юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Ауылдаштары тиҙ арала был турала мал хужаһына хәбәр итә. Уныһы тейешле орган вәкилдәре килгәнсе, ваҡиға урынына барып, бирканы ҡырҡып та ала. Ә ауыл халҡы татыу - быны күрмәмеш тә белмәмеш булалар, кемдең малы икәнлеген әйтмәйҙәр.
Был көнүҙәк мәсьәләне хәл итеү юлдарын етәкселәр төрлө яҡлап эҙләй. Ошо арала Уҡшуҡ биҫтәһенә киткән юлда малдар өсөн кәртә төҙөлдө. Эштәрҙе "Ремонт-тѳҙѳлѳш идаралығының юл буйҙарын йәшелләндереү" (РСУ ДОР) йәмғиәте эшсәндәре атҡарҙы. Кәртә ҡарауһыҙ йөрөгән хайуандарҙы хужалары табылғансы бикләп тотоу өсөн тәғәйенләнгән.
Иректә йөрөгән ат йәки һыйыр малы тураһында ҡаланың төҙөкләндереү бүлегенә 3-40-30, 3-01-45 телефондары буйынса хәбәр итергә мөмкин. Хужаһыҙ малды тотоу һәм ваҡытлыса ҡарау өсөн килешеү төҙөлгән махсус ойошма күрһәтелгән урынға барып акт төҙөй. Актта малды тотоу ваҡыты һәм урыны, уның ниндәй тоҡомдан булыуы, төҫө, айырым билдәләре, хәл-торошо теркәлә. Артабан махсус кәртәгә алып баралар һәм ветеринар күҙәтеү үткәреп акт төҙөйҙәр. Был документ хайуандарҙы тотоу һәм ваҡытлыса ҡарау өсөн яуаплы ойошмала ҡала. Барлыҡ хужаһыҙ малдарҙы ла махсус журналға теркәйҙәр. Унда яҡынса йәше, билдәләре, тотолған ваҡыты, урыны яҙыла. Махсус ойошма йән эйәһе тураһындағы мәғлүмәтте киң мәғлүмәт саралары (гәзит, Интернет һ.б.) аша бирергә, шулай уҡ йәмәғәт урындарына листовкалар урынлаштырырға бурыслы.
Хайуандарҙы кәртәлә ветеринар күҙәтеүе аҫтында хужаһы табылғансы (6 ай буйы) тоталар. Ярты йыл эсендә хужаһы табылмаған хәлдә, ойошма малды үҙенә алыу хоҡуғына эйә.
Тотолған малды хужаһына тапшырыу ҙа тейешле акт буйынса атҡарыла. Гражданға малдың эйәһе булыуын раҫлаған документты күрһәтергә һәм уны тотоу, транспортировкалау, ҡарау, ашатыу һәм ветеринар ярҙамы өсөн киткән сығымдарҙы ҡапларға кәрәк буласаҡ. Бер баш малды тотоу һәм биш метрға тиклем транспортировкалау, уларҙы ҡарау, ашатыу, һаҡлау өсөн яуаплы ике эшсегә эш хаҡын түләү, ветеринар хеҙмәте күрһәтеү тәүлегенә 2 853 һум 28 тингә тѳшѳүе күҙаллана. Был сумма махсус комиссия тарафынан раҫланған.

Әлеге ваҡытта был эште атҡарасаҡ ойошмаға конкурс иғлан ителгән.
Читайте нас: