Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
4 Июнь 2021, 11:04

Ҡурай моңо дан яулай

Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге XX Ҡурай байрамы үтте.

Унда Башҡортостандың 14 районы, 12 ҡалаһынан, Силәбе, Ырымбур һәм Төмән өлкәләренән 342 башҡарыусы (82 солист һәм 23 ижади коллектив) ҡатнашты.
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһы хакимиәте, Башҡортостандың Ҡурайсылар союзы ойошторған конкурста ҡурайсылар ансамблдәре, үҙешмәкәр һәм профессиональ башҡарыусылар ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Оҫталыҡ бәйгеһе 12 йәшкә тиклемгеләр, 12-16 йәштәгеләр, 16 йәштән өлкәндәр араһында барҙы.
Байрамдың маҡсаты булып һәләтле ҡурайсыларҙы асыҡлау, йәштәрҙе башҡорт инструменталь фольклорына йәлеп итеү, ҡурайҙа уйнау сәнғәтен пропагандалау һәм ҡурайҙың яңы мөмкинлектәрен асыу тора. Бәйгеселәрҙе күренекле ҡурайсылар, сәнғәт оҫталары, ғалим-фольклорсылар, халыҡ сәнғәтен белгәндәрҙән торған жюри баһаланы.
Мәртәбәле конкурста ҡала музыка мәктәбенең Радмир Әғләм улы Әхтәмов етәкселегендәге “Инеш” ҡурайсылар ансамбле егеттәре - Адель Мөхәмәтйәнов, Арслан Хөсәйенов, Линар Сәғитов, Марат Әхмәтшин, Ильяс Шаһиязданов, Руслан Әйүпов, Арсен Йәләлетдинов, Талип Йосопов, Тимерхан Эниев (һүрәттә) 12-16 йәштәгеләр араһында I урынды яуланы. Өлкәндәр араһында Сермән ауылы егете, Учалы сәнғәт училищеһының III курс студенты Арсен Альфред улы Килмөхәмәтовҡа - I ҡала музыка мәктәбе уҡытыусыһы Дамир Басир улы Хәсәновҡа III урын бирелде.
“Дамирҙың был конкурста яулаған беренсе еңеүе түгел, ул 2019 йылда ошо уҡ конкурста үҙ категорияһында I урынды яулап, район намыҫын яҡлағайны. Сираттағы еңеүе өсөн бик шатмын. Ә “Инеш” ансамбле үҙҙәре уҡыған музыка мәктәбенең ноябрь айында үтәсәк 70 йыллығына был еңеүҙәре менән ҙур бүләк эшләнеләр, тип әйтер инем. Ҡурайсыларыбыҙҙың киләсәктә лә уңыштары күп булһын тип теләйем,” - тине Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, арҙаҡлы ҡурайсы, жюри рәйесе Мөхәмәт Усман улы Түлебаев.
Читайте нас: