Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Июнь 2021, 13:20

Тәбиғәт - йәшәйеш көҙгөһө

Тирә-яҡ мөхитте таҙартыу, сәләмәтләндереү буйынса тиҙ арала тейешле саралар ҡабул итеү тураһында Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә әйтеп үткәйне. Республикабыҙ территорияһында экологияны яҡшыртыу, сәләмәтләндереү йәһәтенән Белорет районында төрлө экологик саралар үткәрелеп тора.

Белорет ҡалаһында 1982 йылда һыу таҙартҡыс ҡоролмалары сафҡа индерелә. Унда тәүлегенә уртаса 19 меңдән 21 мең кубометрғаса ер аҫты һыуҙары таҙартыла. Бындай таҙартҡыс ҡоролмаларҙың технологик схемалары иҫкереүе, шулай уҡ юғары физик һәм мораль яҡтан туҙыуы арҡаһында, торбаларҙан ағып сыҡҡан һыу Ағиҙел йылғаһына тейешле кимәлдә таҙартылып бөтмәйенсә барып төшә. Торбаларҙан ағып сыҡҡан һыу сифатының норматив күрһәткестәрен тәьмин итеү өсөн “Белоретта таҙартҡыс ҡоролмалар төҙөү” сараларының үтәлеше тураһында ҡарар ҡабул ителә. “Белоретта канализацион таҙартыу ҡоролмаларын төҙөү” проектын модернизациялау ер аҫтынан ағып сыҡҡан һыуҙарҙың сифатын норматив күрһәткестәргә еткереүҙе күҙ уңында тота. Ер аҫты һыуҙары нитро- денитрификация процестары менән механик һәм биологик саралар ҡулланып, барабанлы микроиләк, күп ҡатламлы ҡом баҫымы фильтрҙары ярҙамында таҙартыла. Һыуҙы таҙартыу өсөн ультрафиолет нурҙар менән корпуслы ҡорамалдар ҡулланыла. Яңы һыу таҙартҡыс ҡоролмалар төҙөлөшө 2020 йылдың сентябрендә башланды һәм 2022 йылдың аҙағында тамамланырға тейеш. Проектланған һыу таҙартҡыс ҡоролмалар төҙөлөшө Ломовка ауылының көньяҡ-көнбайыш сигендә алып барыла. Белоретта әлеге ваҡытта 34 саҡрым оҙонлоҡтағы Нура йылғаһын тәрәнәйтеү һәм таҙартыу эштәре башланды. Йылға төньяҡтан ҡаланың төп өлөшөн уратып аға һәм Ағиҙелгә ҡоя. Уны таҙартыу эштәре 4.6 саҡрым арауығында алып барыласаҡ. Һыу төбөн тәрәнәйтеү эштәре башҡа һыу объекттарында, шул иҫәптән Мата йылғаһында ла, алып барыласаҡ. Әммә Мата йылғаһы буйында күп һанлы объекттар, күперҙәр, шәхси төҙөлөштәр урынлашҡанлыҡтан, был эштәрҙә махсус техника ҡулланыу мөмкинлеге юҡ.
Белорет районы территорияһында ауылдарҙың тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтенә тап килмәгән, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау системаһы һәм мониторингы булмаған ҡаты коммуналь ҡалдыҡ сүплектәре лә бар. Уларҙы юҡҡа сығарыу һәм ерҙе рекультивациялау эштәрен алып барыу талап ителә. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө алдынан Асы ауыл хакимиәте Асылағы, Йөйәк ауыл хакимиәте Йөйәктәге санкцияланмаған ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сүплеген юҡҡа сығарыуға өлгәштеләр. Бынан тыш, Башҡортостан Республикаһының Экология һәм тәбиғәттән
файҙаланыу министрлығының Белорет территориаль комитеты, муниципаль район хакимиәте, ҡаланың Йәш натуралистар станцияһы тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнөнә ҡарата төрлө саралар үткәрҙе һәм был эш дауам итә. Ағиҙел йылғаһы буйында, ҡала пляжында, Арский ташында, Асы ауылында сүп-сар таҙартыу буйынса өмәләр үтте, Үҙән ауылында шишмәне төҙөкләндерҙеләр, тирә-яҡты сүп-сарҙан таҙарттылар, Тирләнгә ингән ерҙә Ағиҙел йылғаһы, Ботай ауылында шишмә территорияһы таҙартылды, Сермәндең “Олотуғай” буйы таҙартылды һәм төҙөкләндерелде, ҡалала Гуменный һәм Бельский шишмәләре тәртипкә килтерелде.
Белорет районы үҙенсәлекле тәбиғәт объекттарына бай. Тәбиғәт һаулығы – беҙҙең һаулыҡ. Белорет территориаль комитет исеменән Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө - Эколог көнө менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайым!. Был - тәбиғәтте һаҡлау проблемаларына битараф булмаған барлыҡ кешеләрҙең байрамы.

Альберт ИБРАҺИМОВ,

Башҡортостан Республикаһы Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығының Белорет территориаль комитеты рәйесе.

Читайте нас: