200 грамм аҡ майҙы иретәбеҙ, уға әҙ генә йылымыс һөт, шәкәр, он ҡушып ҡамыр баҫабыҙ. Табаға ҡамырҙы һалып ҡул менән таба формаһына килгәнсе баҫып-баҫып йәйәбеҙ.
Туңдырылған ҡарағатты ҡамыр өҫтөнә йәйеп һалырға. Ҡала ҡаймағына (200гр) шәкәр (50-70гр), манный ярмаһы(2 аш ҡалағы) һалып ныҡ итеп туғырға. Ошо массаны ҡарағат өҫтөнә ҡойорға ла табаны 40 минут ҡыҙыу мейестә бешергә.
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!