Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Июнь 2021, 10:20

Мул уңыш алабыҙ тиһәгеҙ...

Мул уңыш алыр өсөн тәжрибәле баҡсасы Илһөйәр Кәбированан 8 кәңәш:

- барлыҡ йәшелсәләргә лә нашатырь спирты ҡушылған (10 литрға 2 аш ҡалағы) һыу һибергә;
- шулай уҡ йәшелсәләр сүпрәне лә бик ярата. 100 грамм сүпрәне 10 литр һыуҙа иҙеп һипһәң, йәшелсәләр һиңә рәхмәт кенә әйтер;
- сөгөлдөр баллы булһын өсөн, уны һирәкләгәс аш тоҙо эретмәһе һибергә (10 литр һыуға 1 стакан тоҙ). Был кишер, һуған, һарымһаҡ өсөн дә бик файҙалы;
- помидорҙы фитофторозанан һаҡлар өсөн һөткә бер тамсы йод тамыҙып һибергә кәрәк. Йәй буйына бер нисә тапҡыр ҡабатлаһаң, яҡшыраҡ;
- помидор менән ҡыярға 10 литр һыуға 20 тамсы йод ҡушып яһалған шыйыҡсаны вегетация осоронда бер нисә тапҡыр һипһәң, бөрөләре күбәйә һәм ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығы арта;
- һуған көпшәләнмәһен өсөн ултыртыр алдынан сода иретмәһенә һалып торорға кәрәк. Бер литр һыуға бер сәй ҡалағы сода алына;
- иртә яҙҙан еләктәргә марганцовка иретмәһе һибергә, ә сәскә атыр алдынан йод иретмәһе килешә. 10 литр һыуға – 10 тамсы;
- йод иретмәһен кәбеҫтә лә ярата. 10 литр һыуға – 40 тамсы. Һәр төп кәбеҫтәгә бер литр иретмә кәрәк.
Читайте нас: