Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
8 Июнь 2021, 10:50

Мәрхәмәтлек нуры өләшеүселәр

Социаль хеҙмәткәрҙәр иңенә ауыр тормош хәлендә ҡалған кешеләргә үҙҙәрен йәмғиәттең тулы хоҡуҡлы гражданы итеп тойорға ярҙам итеү бурысы һалынған. Беҙҙең район-ҡалала был изге ғәмәлде “Изгелек академияһы” үҙәге хеҙмәткәрҙәре атҡара. Ярҙамға мохтаж оло йәштәге кешеләрҙең, инвалидтарҙың, күп балалы ғаиләләрҙең мәнфәғәтен ҡайғыртҡан, хәстәрлек күргәндәр был көндө айырым иғтибарға лайыҡ. Алты йыл инде был өлкәлә эшләгән Раушания МИҢЛЕҒОЛОВА был һөнәрҙе үҙ итеп, уны күңел йылыһын биреп үтәй.

Раушания Әлфир ҡыҙы сығышы менән Бөрйән районынан. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Белорет педагогия училищеһының “Социаль педагогика” бүлегенә уҡырға инеп, уны уңышлы тамамлай. Ҡулына диплом алғас, Иршат Зекерйә улы менән тормоштарын бәйләйҙәр. Унан бер-бер артлы ике улға - Шәйхислам менән Ишморатҡа ғүмер бирәләр. Балалар бер аҙ үҫкәс, кешеләргә ярҙам итеү бала саҡтан күңеленә һалынған Раушания Миңлеғолова 2015 йылда социаль хеҙмәткәр булып эшкә урынлаша. Бөгөнгө көндә ул ҡалала 21 кешене хеҙмәтләндерә. Шуларҙың иң йәшенә 65 йәш булһа, иң олоһо 90 йәште уҙған.
- Хеҙмәтләндергән кешеләрҙең күпселеген инвалидтар тәшкил итә, түшәктә ятҡандары ла бар. Уларҙың һәр ҡайһыһы яҡын кешемә әйләнеп бөткән. Көндәлек өй мәшәҡәттәрен үтәүҙән тыш, дарыухана, магазиндан кәрәкле әйберҙәр алып киләбеҙ, фатирға, ут, һыу, газ тотонған өсөн килгән квитанцияларын түләйбеҙ, талап ителгәндә, уларға рецептар артынан поликлиникаға барабыҙ. Һуңғы арала түшәктә ятҡан ауырыуҙарҙы ҡарауға һораусылар күп. Коронавирус инфекцияһы менән сикләүҙәр барышында беҙ ирекмәндәр бурысын да үтәнек. Сит илдән ҡайтҡандарға, был сир менән ауырығандарға аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алып барҙыҡ. Тап ошо осорҙа күптәр социаль хеҙмәткәр һөнәре барлығын белде (йылмая). Отпускылар ваҡытында бер-беребеҙҙең кешеләрен бүлешеп алабыҙ.
Үҙем ҡараған оло йәштәгеләрҙең ниндәй сир менән ауырығанын, ниндәй дарыуҙар эскәненә тиклем яттан белеп бөткәнмен. Хәлдәрен яҡшы белгәс, талап ителгән осраҡта тиҙ ярҙам машинаһын да саҡыртырға тура килә. Ауырыңҡырап тороуын күрһәң, ҡайтҡас та хәлдәрен белешә һалам. Телефондарын алмаһалар, күңелемде тынысландырырға ҡайтанан өйҙәренә лә барып сығам. Иң ауыры - уларҙы һуңғы юлға оҙатыу. Был хәлдән һуң күңелдә бушлыҡ барлыҡҡа килә, ул өй янынан тәҙрәләренә ҡарап үтәһең…
Ҡасан, нисәлә килеремде алдан әйтеп ҡуям. Улар һәр саҡ яҡты йөҙ менән, ҡыуанып, ҡунаҡ көткәндәй, ҡаршы ала. Аралашыуға зарығып, һөйләп һүҙҙәре бөтмәй. Беҙ уларға психолог ролен дә үтәйбеҙ, - ти Раушания Әлфир ҡыҙы.
Эйе, социаль хеҙмәткәрҙәр башҡаларға изгелек нуры өләшә, хәстәрлек күргәндәрҙең, ярҙамдарына мохтаж булғандарҙың рәхмәтен тойоп йәшәй. Был һөнәрҙе егәрлеләр, түҙемлеләр һәм изгелекле кешеләр генә үҙ итә ала. Ауырыуҙарҙы, ололарҙы ҡарау өсөн күпме көс кәрәк икәнлеген үҙҙәре генә белә.
Миһырбанлы һөнәр эйәләренә еңелдән булмаған эштәренә, кешелек бурысына тоғро ҡалғандары өсөн рәхмәт әйтәбеҙ. Һөнәри байрамдары менән ҡотлап, ғаиләләренә һәм үҙҙәренә именлек, изге хеҙмәттәрен арымай-талмай үтәргә яҙыуын теләйбеҙ!
Читайте нас: