Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
11 Июнь 2021, 15:19

Йәш натуралистар - Рәсәй киләсәге!

Йәш натуралистар станцияһында 1 июндән белем биреү-хеҙмәт практикаһы башланды. Бында балалар үҙҙәренең экологик белемен арттырыу, төрлө тәжрибәләр үткәреү менән бер рәттән тәбиғәт ҡомартҡылары булған урындарға экскурсияларға бара, Йәш натуралистар станцияһы алдында һәм ситтә урынлашҡан тәжрибә участкаһында сәскәләр, йәшелсә-емеш үҫтерә, фәнни-тикшеренеү эштәре буйынса агрохимик һәм экологик тәжрибәләр үткәрә.

Бынан тыш, тап улар ярҙамында йылға ярҙары, шишмәләр таҙартыла, тирә-яҡ мөхиттең хәл торошон күҙәтеп, ғилми-тикшеренеү эштәре алып барыла. Төрлө конкурс сиктәрендә ижади эштәр менән шөғөлләнеүҙән тыш, үҙҙәренең
һаулыҡтарын нығытыу буйынса төрлө күнегеүҙәр эшләйҙәр, походтарға, экскурсияларға йөрөйҙәр, яҡшы экологик мөхиттә ял көндәрен үткәрәләр.
- Бөтә сараларҙы ла этно-экология менән бәйләргә тырышабыҙ, тәбиғәт менән гармонияла булыу идеяһын алып барабыҙ һәм тирә-яҡ мөхиттең таҙалығына үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ, - тип һөйләй Йәш натуралистар станцияһы директоры Нәсимә Шәриф ҡыҙы Иҫәнғәлина. - Һәр кем бала саҡтан тирә-яҡ мөхиттең экологик торошо өсөн үҙендә яуаплылыҡ тойғоһо тәрбиәләргә тейеш. Ошо йәһәттән төрлө экологик акциялар уҙғарабыҙ. Уҡшуҡ, Нура йылғаларын, шишмәләрҙе өйрәнеп, фәнни-тикшеренеү эштәре алып барабыҙ, уларҙы шефлыҡҡа алғанбыҙ. Төрлө конференцияларҙа, олимпиадаларҙа сығыш яһайбыҙ. Тәрбиәләнеүселәребеҙ биология, химия, тирә-яҡ мөхит донъяһы буйынса белемдәрен камиллаштырып Бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара конкурстарҙа призлы урындар алып торалар. “Мин һайлаған һөнәр” проекты сиктәрендә, балаларҙың һәләттәренә, ҡыҙыҡһыныуҙарына ҡарап, киләсәктә һөнәр һайлауҙа ярҙам итәбеҙ. Улар үҙҙәрен агроном, ветеринар, химик-технолог, дизайнер, экожурналист һәм башҡа ролдәрҙә һынап ҡарайҙар, төрлө фәнни-практик конференцияларҙа ҡатнашалар.
Балаларҙың экологик белемен арттырыуҙа, йәйге ялын файҙалы, мауыҡтырғыс, фәһемле итеп үткәреүҙә методист, педагог Айгөл Тимербай ҡыҙы Әхмәҙина, Эльвира Рәфәғәт ҡыҙы Хәйруллина, Ольга Петровна Кузнецова, Гөлкәй Әмир ҡыҙы Ниғмәтуллина күңелдәрен һалып эшләйҙәр. Педагогтарыбыҙҙы һәм уҡыусыларыбыҙҙы Йәш натуралистар көнө менән ихлас ҡотлайым һәм уҡыуҙарында, эҙләнеү эштәрендә уңыштар теләйем.
Беҙ ҙә Йәш натуралистар станцияһы хеҙмәткәрҙәрен һәм тәрбиәләнеүселәрен байрам менән ҡотлап, эштәрендә уңыштар, яңынан-яңы асыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ.
Эйе, йәш натуралистарҙың бөтә эштәре, маҡсаттары Рәсәйгә һәм Башҡортостаныбыҙға, тыуған төйәгебеҙгә оло һөйөү, патриотизм менән һуғарылған. Тимәк, беҙҙең киләсәгебеҙ ышаныслы ҡулдарҙа.
Читайте нас: