Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Июнь 2021, 11:21

Емеш-еләк битлеге яһарға яраймы?

Емеш-еләк һәм йәшелсәләрҙән яһалған битлектәр көтѳлгән һѳҙѳмтә бирмәй, улай ғына ла түгел, бит тиреһе, сәләмәтлек өсѳн бик ҡурҡыныс булырға мөмкин.

Белгес-косметологтар әйтеүенсә, яңы өлгѳргән ҡыяр, емеш-еләк, ҡарбуз йәки банан ярҙамында йыйырсыҡтарҙы бѳтѳрѳп, пигмент таптарҙан ҡотолоп һәм бит тиреһен “тарттырып” булмай. Уларҙы ҡулланыуҙың берҙән-бер һѳҙѳмтәһе - эпидермистың юғары ҡатламын бер аҙ дымландырыу ғына булыр. Бындай битлектәр “эшләмәй”, сөнки кешенең тән тиреһе ят матдәләрҙе этәрә һәм организмға сит нәмәләрҙе индермәй.
Бынан тыш, битлектән аллергия сығырға мөмкин, бигерәк тә тире ҡоро йәки һиҙгер булһа. Шул уҡ ваҡытта бит тиреһе нормаль булған осраҡта ла уны ярһытыуы ихтимал. Атап әйткәндә, был киҫәтеү томатлы битлектәргә ҡағыла. Күптәр уны лифтинг һәм ағартыу эффекттарына эйә тип белә. Ә ысынында иһә помидорҙа тиренең өҫкѳ ҡатламын ҡыҙарта һәм яндыра торған кислота бар.
Өй битлектәрен проблемалы йәки майлы тиреле кешеләргә ҡулланыу ҡурҡыныс, сөнки ул айырыуса һиҙгерлеккә эйә, ә был битлектәр барыбер акне йәки һытҡынан ҡотолорға ярҙам итмәҫ. Акненың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен гормональ проблемалар һәм бит тиреһен дөрѳҫ тәрбиәләмәүҙән эҙләргә кәрәк. Ауырыуҙың ысын сәбәбен белгестәр генә билдәләргә тейеш.
Шулай уҡ өй битлектәрен гиперпигментация ваҡытында ҡулланырға кәңәш ителмәй, сөнки улар проблеманы хәл итмәй. Уның урынына белгестәр косметологик процедуралар һәм биопрепараттарҙы ҡабул итеү менән бергә, пигмент таптарын яҡтыртыу өҫтѳндә эшләргә кәңәш итә.
Фото: Яндекс.Дзен
Читайте нас: