Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Июнь 2021, 13:03

"Ҡурсаулы утрауҙар" дуҫтары йыйылды

Яңыраҡ Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се һанлы Республика гимназияинтернаты биләмәһендә "Ҡурсаулы утрауҙар дуҫтары" XV Республика слёт-конкурсы үтте.

Был сарала барлығы 15 команда сығыш яһаны. Улар араһында республиканың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре вәкилдәре һәм беренсе турҙы үткән командалар бар ине. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы данын Инйәрҙең 1-се мәктәбенең "Экопатруль" командаһы яҡланы. "Ирәмәл" тәбиғәт паркы исеменән Йәш натуралистар станцияһы тәрбиәләнеүселәренән торған "Ирәмәл энергияһы" командаһы сығыш яһаны.
Слёт-конкурс барлығы 4 этаптан торҙо. "Визитка" конкурсында командалар үҙҙәре менән таныштырҙы. Артабан "Ҡурсаулы ил" викторинаһында йәш экологтар махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре: Көньяҡ Урал ҡурсаулығы, "Торатау" геопаркы, "Ирәмәл", "Ҡандракүл", "Еҙем" тәбиғәт парктары вәкилдәренең һорауҙарына яуап бирҙеләр.
Киләһе көн экологик проекттар конкурсы менән башланды. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы командаһы Йөрәк үләне (Сердечник тройчатый) буйынса сығыш яһанылар. Йөрәк үләне - ул Әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең Ҡыҙыл китабына ингән. Плейстоцен дәүерендә урта Себер биләмәһендә барлыҡҡа килеп, Көньяҡ Уралға таралған. Районыбыҙҙың Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә һәм Асы ауылы янында табырға мөмкин. Һирәк осрай һәм аҙ өйрәнелгән. Ылыҫлы урманлы яр буйҙарында, уртаса дымлы аҡландарҙа һәм ҡыуаҡлыҡ араһында үҫә. Йөрәк үләне тип юҡҡа аталмаған, сөнки йөрәк-ҡан системаһына ыңғай тәьҫир итә. Ғилми өйрәнеү эше артабан да балалар һам уларҙың етәкселәре тарафынан дауам ителә.
Һуңынан балалар "Робинзонада" конкурсында ҡатнаштылар. Бында шифалы һәм ағыулы үләндәр, Ҡыҙыл китап, походҡа әҙерләнеү, тәбиғәт күренештәрен белеү һәм башҡа өлкәләрҙә төплө белемле булырға кәрәк ине.
Изге тау - Торатауға ла сәйәхәт ҡылдылар слетта ҡатнашыусылар. Шихан башынан тирә-яҡтағы хозурлыҡ менән һоҡланып һәм теләк теләп төшкәс, бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Экопроекттар һәм "Визитка" конкурстарында Көньяҡ Урал ҡурсаулығының дуҫтары III урын алдылар. Ә дөйөм мәрәйҙәр һаны буйынса, Белорет районы барыһын да уҙҙы: "Ирәмәл энергияһы" командаһы I урын яулаһа, Көньяҡ Урал ҡурсаулығы командаһы гран-приға лайыҡ булды. "Экопатруль" командаһының ағзалары - Инйәрҙең 1-се мәктәбе уҡыусылары Фәсхетдинова Дарья, Түрйәнова Дарина, Нәбиуллина Азалия һәм Фәйзуллина Аделина бындай мәртәбәле һөҙөмтәгә өлгәштеләр. Торатау янында уҙған тәбиғәт һөйөүселәр байрамы тамам. Ике йылдан һуң был байрамды Көньяҡ Урал ҡурсаулығы үҙ биләмәһендә ҡаршылай.

Азамат БАЙРАМҒӘЛИН,

Көньяҡ Урал ҡурсаулығы методисы.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: