Ул республикала беренсе тапҡыр мәктәп тарафынан ойошторолдо.
Таҡташты булдырыу идеяһы менән хаҡлы ялдағы уҡытыусы Йәҙилә Ғата ҡыҙы сыҡты. Ғаян Риф улы Аҙнабаев уның һүҙҙәрен шундуҡ күтәреп алып, ойоштороу эшен башынан аҙағынаса алып барҙы. Аҡса йыйыу өсөн яуаплы итеп Ләйлә Закир ҡыҙы Абдуллина тәғәйенләнде. Ауылдың “Аҡһаҡалдар” йәмәғәт ойошмаһы, ветерандар советы, мәктәп коллективы һәм техник персонал, уҡытыусы-геройҙарҙың, тыл ветерандарының вариҫтары, туғандары был эште атҡарып сығыуҙа актив ҡатнашты.
Сарала ауыл халҡы, герой-уҡытыусыларҙың вариҫтары ҡатнашты, уларҙың ҡайһы берҙәре йыраҡтан килеп еткәйне. Шулай уҡ саҡырылған ҡунаҡтар - Һуғыш ветерандарының республика йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Нәсимә Тайфур ҡыҙы Шелехова, муниципаль район хакимиәте башлығының кадрҙар һәм дөйөм мәсьәләр буйынса урынбаҫары Иван Анатольевич Лавренов, мәғариф идаралығы начальнигы Сулпан Мәүләүи ҡыҙы Уйылданова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, данлыҡлы ҡурайсы Мөхәмәт Усман улы Түлебаев, ветерандар советы рәйесе Николай Иванович Платонов тарихи сараның шаһиты булды.
Таҡтаташты асыу мәлендә герой-уҡытыусыларҙың батырлыҡтары, уларҙың тыуған илдәре өсөн эшләгән изге ғәмәлдәре тураһында бик күп һүҙҙәр әйтелде, сараны ойоштороусыларға һәм “Аҡһаҡалдар” йәмәғәт ойошмаһы ағзаларына Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Нәсимә Тайфур ҡыҙы атаһы тураһында тулҡынландырғыс хәтирә менән бүлеште, ауыр йылдарҙа кешеләрҙең бер-береһенә нисек ярҙам иткәнен, һуғыштан һуң да ғаиләләр менән бәйләнештең дауам ителеүе тураһында һөйләне.
Мөхәмәт Усман улы, герой-уҡытыусыларҙың беренсе уҡыусыһы булараҡ, уларҙың һуғыштан һуңғы тормошон, нисек дәрес биргәнен, ниндәй кейемдә булыуҙарын әле лә иҫендә тотоуын, уҡытыусыларҙың йәштәргә һәр саҡ үрнәк күрһәтеүен әйтеп үтте.
Сара барышында уҡыусылар, йәйге канулда булыуҙарына ҡарамаҫтан, йыр-бейеү бүләк итте, шиғыр ятланы.
Тантаналы сара таҡтаташҡа сәскә һалыу һәм иҫтәлеккә күмәкләп фото төшөү менән тамамланды.