Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Июнь 2021, 14:35

Һауаларҙа - сағыу тамаша

Ҡаланың элекке аэропортында “Рәсәйҙең дөйөм тәғәйенләнештәге Авиация федерацияһы”, Рәсәй ДОСААФ-ының Башҡортостан Республикаһындағы төбәк бүлеге, “Первушино” пилоттар төркөмө, “Кесе авиацияның Өфө уҡыу-методик үҙәге” “Башҡортостандың алтын ҡулсаһы” проекты сиктәрендә, Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арнап, республиканың район-ҡалалары буйлап сәйәхәткә сыҡты.

Акция Башҡортостанда илебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо тыуҙырыуға, йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләүгә, һуғыш ветерандарына ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеүгә, һәләк булған яугирҙарҙың һәм, әлбиттә, летчиктарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереүгә булышлыҡ иткән байрам мөхите булдырыуға йүнәлтелгән. Белорет, Сибай, Аҡъяр, Күмертау, Стәрлетамаҡ, Йәрмәкәй, Октябрьский, Нефтекама ҡалалары буйлап үткән маршрут “Первушино” аэропортында тамамлана. Белорет ҡалаһы аэропорты сәйәхәт итеүселәрҙе тәүгеләрҙән ҡабул итте.
“Роланд”, “Саванна”, “Бекас”, “Цессна-172” исемле алты самолет берәмберәм күктән аэропорт биләмәһенә килеп төшкәс, өлкәндәргә һәм балаларға улар янында фото төшөү, ултырып ҡарау, танышыу мөмкинлеге булды. Сараны асыу тантанаһында муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта сығыш яһап: “Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа авиация йылдам үҫешә башланы. Беҙҙең тѳбәк был яҡлап алдынғылар рәтендә тора. Бөгөн беҙгә патриотик сәфәр менән летчиктар командаһы килде. Улар күрһәткән тамаша, ҡыҙыҡлы шоу, уйындар һәр кемдең хәтерендә уйылып ҡалыр тип уйлайым”, - тине.
Артабан һүҙ пилоттар етәксеһе, Рәсәйҙең дөйөм тәғәйенләнештәге Авиация федерацияһы президенты, “Первушино” аэропорты милектәше Сергей Минниғоловҡа бирелде:
- "Башҡортостандың алтын ҡулсаһы" дүртенсе тапҡыр үткәрелә. Был "Рәсәй Федерацияһының граждандарға патриотик тәрбиә биреү", "Роспатриотүҙәк" һәм "Рәсәй йәштәре" дәүләт программалары сиктәрендә үткән осош. Беҙ Башҡортостан халҡын үҙебеҙҙең тамашалар менән ҡыуандырырға тырышабыҙ. Беҙҙең пилоттар Рәсәйҙә үтә еңел һауа судноһында квалификация үткән берҙән-бер төркөм булып тора. Башҡортостан, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлендәге төрлө сараларҙа һауала 200-ҙән ашыу сығыш күрһәттек. Хатта пилоттарҙың көнөнә 5-әр тапҡыр тамаша ҡылғаны бар, - тине Сергей Георгиевич һәм Андрей Ивановичҡа Грамота, сараның символын сағылдырған бүләктәр тапшырҙы.
Тамашаға килгәндәрҙе пилоттар төркөмө - Сергей Минниғолов, Фәрит Таһиров, Эдуард Заянов, Владимир Коровкин, Сергей Полторацкий, Василий Дементьев һәм республикалағы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ пилот - Оксана Тимофеева, программаны ойоштороусы Олеся Косенко менән таныштырғандан һуң, балалар өсөн төрлө уйындар, конкурстар үткәрелде. Көн аҙағында халыҡ һауала сағыу төтөн шлейфы менән төрлө сығыштар яһаған самолеттарҙы ҡарап кинәнде.
Автор:Расима Салихова
Читайте нас: