Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Июль 2021, 10:35

Баҙарҙа хаҡтар "тешләшәме"?

Емеш-еләк миҙгеле осоронда уның менән һатыу итеүселәр һаны арта.

Һәр кемдең уның артынан урманға йөрөргә, йә иһә баҡса тотоп унда үҫтереү мөмкинлеге юҡ. Еләк ни хаҡ, тигән һорауға яуап эҙләп, ҡаланың “Аструм” баҙарына юлландыҡ.
Шулай итеп, виктория еләгенең 1 литры - 300, ҡайын еләге - 500, ер еләге - 200-150, көртмәле 200 һум тора. Әлбиттә, көн аҙағына хаҡтар бер аҙ төшә, әммә көнө буйы асыҡ һауала, ҡояшта торған еләктәрҙең сифаты ла насарая.
Йәшелсә-емештәргә килгәндә һуңғы арала кишергә хаҡ артыуы күҙәтелә: уның бер килоһы 130-150 һум тора. “Магнит”, “Пятерочка” кеүек сауҙа нөктәләрендә уны осһоҙораҡ хаҡҡа ла табырға була.
Биш литрлыҡ биҙрәләге картуф - 250, ҡыярҙың 1 килоһы - 50-60, помидор - 80-135, татлы борос - 110-250, ҡарбуз - 50, ҡауындың “Торпедо” сорты - 80, “Колхозница” - 100, слива - 140, черешня - 150-300, абрикос - 160, персик - 180, сейәнең 5 литры 400-500 һум тора.

ҺҮРӘТТӘ: Сәймә Аҫылғужина ер еләге менән һатыу итергә килгән.
Автор:Расима Салихова
Читайте нас: