Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Июль 2021, 10:45

Үпәс итеү - файҙаға ғына

Үбеү кѳнѳ - рәсми булмаған халыҡ-ара байрамын бөгөн 60-тан ашыу илдә билдәләйҙәр.

Был кѳн Бѳйѳк Британияла барлыҡҡа килгән. Тап Томанлы Альбиондың ярҙарында мѳхәббәттең сағылышы булған үбеүҙең үҙ байрамы булырға тейеш ти
иҫәпләгәндәр, имеш.
Кѳнбайыш кешеләре уйлап сығарыр ул, тиерһегеҙ, һәм ниндәйҙер кимәлдә хаҡлы ла булырһығыҙ. Уларҙан айырмалы, беҙҙең халыҡта үҙ тойғоларыңды асыҡтан-асыҡ белдереү, әп итеү түгел, наҙлап ѳндәшеү ҙә ғәҙәткә инмәгән. Ә юҡҡа! Йылы һүҙ - йән аҙығы булһа үбеүҙең дә файҙаһы бихисап икән. Бына ғалимдар тарафынан раҫланғандары.
* Үбешкән ваҡытта кешенең йѳрәге минутына 110 тапҡыр һуға башлай. Был йѳрәк-ҡан системаһы ѳсѳн бик шәп тренировка икән. Ә ҡосаҡлашып үбешеү организм өсөн тағы ла файҙалыраҡ.
* Кешенең тѳкѳрѳгѳндә булған тәбиғи антибиотиктар яраларҙың тиҙ уңалыуына булышлыҡ итә. Бынан тыш, тѳкѳрѳктәге кальций менән фосфор теш эмаленә үтеп инеп, тештәрҙе кариестан һаҡлай. Үбешкәндә теш ҡаҙнаһына массаж яһалыу һѳҙѳмтәһендә пародонтоз менән сирләмәйҙәр.
* Үпәс иткәндән һуң үпкәләр тиҙерәк эшләй башлай: минутына 20 тапҡыр тын алыу урынына 60! Бындай “вентиляция” - үпкә ауырыуҙарын иң яҡшы профилактикалау ысулы.
* Мѳхәббәтен үбеү аша даими иҫбатлаған парҙар нервы системаһын, иммунитетын нығыта, стрестан һәм уның эҙемтәләренән ҡотола.
* Үбешкән ваҡытта биттәге 29 мускул активлаша, ә был һырҙарҙың яҙылыуына һәм тиренең йәшәреүенә килтерә.
* Бер минут үбешкәндә 26 килокалорий юҡҡа сыға, тимәк, тән ауырлығы кәмей.
* Үбешеү ҡан баҫымын нормалләштерә, сәләмәт йоҡоға булышлыҡ итә.
* Эшкә ҡатынын үпәс итеп киткән ир-егеттәр ҡырыҫтарға ҡарағанда 5 йылға оҙағыраҡ йәшәй һәм күберәк аҡса эшләй, кәйефтәре лә күтәренке була.
Шулай итеп, ғалимдар үҙ һүҙен әйтте. Уларҙың кәңәшенә ҡолаҡ һалырғамы-юҡмы, үҙегеҙ ҡарағыҙ.
Автор:Резида Гадельшина
Читайте нас: