Көн тимәй, төн тимәй, ямғырмы, яуынмы, кәйефең бармы, юҡмы - ҡарап тормай, һөйләй, көйләй, йырлай ғына. Уята ла, йоҡлата ла «Юлдаш».
Әле лә, ҡояш нурҙары ҡаршыла һуҙылып киткән тау түбәһендәге ағастарға ҡағылыу менән, радио һөйләп тә китте. Ғәлинур радио ҡабыныр мәлен үҙе шулай иртә ҡуйҙы. Йәйге көн, ни, тиҙ тыуа. Көн ҡыҙмаҫ элек кәртә-тирәләге эштәрҙе барлаһаң, ҡыҙыуҙа өй эсендә булышаһың. Уянһа ла, ҡапыл ғына торманы Ғәлинур, башҡараһы мәшәҡәттәрен барлап ята бирҙе. Ҡолағына радионан ағылған йыр ҡағылды:
Шик тыуһа кинәт йәнеңдә әгәр,
Йә килһә һиңә ҡурҡыныс хәбәр...
Йөрәге лепелдәп китте алтмышты ваҡлаған ирҙең. Ынтылып, баш осонда ултырған радиоалғыстың тауышын асты.
Һаман яратам, һаман яратам...
Әйтерһең дә, радио хеҙмәткәрҙәре уның уй-ниәтен беләме ни! Бөгөн бит Ғәлинур оло эш атҡарырға, тормошона яңылыҡ индерергә йыйына бит. Кисен дә йөрәкһеп, оҙаҡ ҡына йоҡлай алмай ятты. Сыҙамай тороп, төҙәтә башлаған сәғәтен дә ҡулына алып ҡараны, күҙелдереген кейеп соҡоноп ултырҙы. Шул сәғәт тә тынғылыҡ бирмәне, нисек тә яйға ебәрергә ине уйы.
Сәғәт. “Бәхет сәғәте” тип йөрөтә хәҙер уны Ғәлинур. Ул һанаған йылдар, ысынлап та, ата-әсәйле мәл, ғәмһеҙ, уйһыҙ-хәсрәтһеҙ үткән бала саҡ осоро. Шул көндәр үтеп китер ҙә инде ҡабатланмаҫ, тип кем генә уйлай ҙа, уйлаған хәлдә лә, кире ҡайтмаҫын аңлап етә икән. «Тек-тек-тек» - сәғәт текелдәй. Ваҡыт ағышы дауам итә...
Икенсе класты тамамлағас, Ғәлинурҙы пионер лагерына ебәрҙеләр. Ҡыҙыҡ та, ҡурҡыныс та икән ул беренсе тапҡыр яңғыҙың өйҙән, ауылдан ситтә булыуы. Ярҙамға әҙер пионер вожатыйы бар ҙа ул, ул да булһа мәрйә. Таҡа-тоҡа ғына урыҫ телендә һупалаған балаға сит-ят кешеләр араһында үҙен күрһәтә белеү - батырлыҡ. Юғалып ҡалманы малай, төрлө конкурс, ярыштарҙа әүҙем ҡатнашты. Башҡорт тиҫтерҙәре менән дуҫлашып алды. Ғөмүмән, лагерҙан ул нисектер үҫеп, ҡыйыуланып ҡайтты.
Ниңә иҫкә төштөмө был мәл? Ошо сәғәтте атаһы менән әсәһе ҡала баҙарына ит һатырға барғанда алғандар ине. Шунан ҡайтышлай, улдарының хәлен белешергә тип, лагерға һуғылып китергә булғандар. Ғәлинур, смена бөтөүгә өс-дүрт көн ҡалһа ла, ай-вайына ҡуймай, бергә ҡайтам, тип ныҡышты. Һағынғайны шул ауылын. Арбала барған саҡта сәғәтте ҡағыҙ ҡумтаһынан сығарып ҡараны. Ҙур, үҙенең асҡысы ла бар. Бындай сәғәтте малай әле береһендә лә күргәне юҡ.
Өйҙөң төпкө бүлмәһендә нисә йылдар ваҡыт һананы ул. Атаһы үҙе генә асҡысы менән эш итте. Малай әллә нисә тапҡыр атаһынан һорап ҡараны ла, әммә рөхсәт булмағас, шулай кәрәктер, тип төңөлдө. Нисә йылдар сәғәт төрлө хәл-ваҡиғаларға шаһит булып ваҡыт ағышын теүәлләне! Әсәй хәстәрендә, атай ышығында йәшәгән осор - үҙе бәхет икәнен йылдар үткәс кенә төшөнә икән кеше.
Бәхет. Ошо бәхеттән айырылып, үҙ теләге менән өйҙән сығып киткән Ғәлинур шуны аңланы ла бит, ни хәл итәһең инде, кеше, үкенестәр менән йәшәй-йәшәй, барыһына күнеп китә.
Армия сафтарында хеҙмәтен тултырып, тыуған яғын һағынып ҡайтҡан егет, уй-хыялдарына хыянат итеп, уйламаған ерҙән Себер тарафтарына сыҡты ла китте. Әлиә, бары шул Әлиәгә үс итеп, уны күрмәҫ, онотор өсөн генә ата-әсәһен шаңҡытып, юлланды сит яҡтарға.
Ялҡауланмаһаң, ҡайҙа ла эш табыла. Йәш, дәртле егетте төҙөүселәр бригадаһына ҡуш ҡуллап алдылар. Тырышып эшләне, гел маҡтау ишетеп кенә торҙо. Өс йыл тирәһе эшләгәс, яңғыҙлыҡ ялҡыта башланы. Ҡыҙҙар күп тә ул, күңеленә ятҡаны осраманы шул. Ниңәлер үҙе лә танышҡандарын Әлиә менән сағыштырҙы. Ата-әсәһенә яҙған хаттарында уның тураһында һорашманы ла, өйҙәгеләр ҙә яҙманы. Кеше тәбиғәте үҙенекен итә инде, егет яңғыҙлыҡтан арыны. Көн дә тиерлек эштән ҡайтышлай аҙыҡ-түлек магазинына инеп йөрөгән һомғол сибәр егетте һатыусы ҡыҙҙар яҡты йөҙ, яғымлы йылмайыу, шаян һүҙҙәр ҡушып хеҙмәтләндерәләр. Араларында күпереп торған етен сәсле, зәңгәр күҙле, йоморо ғына кәүҙәле Галя-Галина үҙенә ҡарата алды егетте. Осрашып-күрешеп оҙаҡ та йөрөмәнеләр, бергә йәшәй башланылар. Атай-әсәһенә хат аша хәбәр итте, ҡайтырмын, киленегеҙ менән таныштырырмын, тиһә лә, биш-алты йыл үтеп тә китте. Улы Денисҡа - биш, ҡыҙы Оксанаға өс йәш тигәндә генә тыуған яғына юлы төштө. Ул ваҡытҡа инде еңел машинаһы, фатиры ла бар ине. Әсәһе киленен күреүгә, килененән яман ейән-ейәнсәрен һөйөп ярата алыуына сикһеҙ ҡыуанды. Атаһы ғына ҡырыҫ булды. «Мәрйә алмаһаң, үҙебеҙҙең ҡыҙҙар бөткәндер, ана, Фәйрүзәне алһаң да, үҙебеҙҙеке булыр ине, күпме һине һорашып йөрөнө... Ярай инде, үҙеңә оҡшағас»... Шунан, һаран ғына йылмайып:
- Ә малай беҙҙең яҡҡа тартҡан, - тине.
Егерменсе быуаттың аҙағында илебеҙҙә барған сыуалыштар бер кемде лә ситтә ҡалдырмағандыр. Күпселек завод-фабрикалар ябылып, шәхси эшҡыуарҙар ҡулына күскәс, эшһеҙ интеккән халыҡ аңҡы-тиңке килеп ҡаңғырғанда, Ғәлинурҙың тормошо әллә ни үҙгәрмәне. Эше ышаныслы, ваҡытында аҡсаһын биреп торалар. Кеше ҡайғыһы төштән кире, ас түгелһең, балалар үҫә... Йәшә генә ҡайғы белмәй. Галяһы ғына замана үҙгәрешен тойоп: «Мәскәүгә күсәйек, етер инде хәйерселектә йәшәргә. Ана, күптәр үҙ эшен аса, баш ҡалала мөмкинселек киңерәк», - тип ҡолаҡ итен ашаны. Ире ниндәйҙер ҡарарға килгәнсе, өс бүлмәле фатирҙарын һатып, баш ҡалала бер бүлмәлеһен алып та ҡуйҙы. Икеһенә лә эш тапты, балаларына мәктәптә урын да хәстәрләп өлгөрҙө. Шәхси эшҡыуарҙың магазинында эшләгән Галя ҡайһы арала дуҫ-иштәр табып бөткәндер, тиҙҙән үҙе Төркиәнән тауарҙар ташып, бәләкәй генә булһа ла кибет асып ебәрҙе. Иртә таңдан эшкә китеп, кисен һуңлатып ҡына ҡайтҡан ир ҡатынының бизнесына ҡыҫылманы. Аҡса етерлек, тамаҡ туҡ, балаларҙың өҫтө бөтөн - зарланырлыҡ бер нимә лә юҡ. Шәп шул Галяһы, ай-һай, шәп. Шәплеге сиктән сыҡты, бар уйы аҡса, аҡса, аҡса булды. Ғәлинур үҙе лә һиҙмәй ҡалды, ғаиләлә сит кешегә әйләнде. Бизнеста бер нәмә лә аңламағас, уның менән кәңәшләшеүсе булманы, ғаилә тормошон ул ситтән генә күҙәтеүсегә әйләнде. Шулай көтмәгәндә Галя шаңҡытты: «Етәр былай йәшәргә, күреп торам, һиңә бер нимә лә кәрәкмәй. Мин китәм. Квартира һиңә ҡала. Минең өсөн борсолма. Магазинда һинең өлөш юҡ... », - тине лә кейем-һалымын алып сығып та китте. Иреш-талашты яратмаған ир ауыҙ асып торҙо ла ҡалды.
Бына нисек килеп сыҡты. Һуҡыр булған Ғәлинур. Компаньоным тип бергә йөрөгән Кавказ кешеһе менән Галя ҡаланың икенсе осонда фатир алып йәшәй башланы. Был ваҡытта балалары үҙаллы ине. Ҡыҙҙары кейәүгә сығып, үҙенең адвокат бюроһын асты, ә улдары сәскәләр менән һатыу итә. Эйе, егет кешегә сәскә магазинын асыуы сәйерерәк тә тойола. Денис, атаһына оҡшап, әҙ һүҙле. Бәләкәйендә үк улының һүрәт төшөрөүгә һәләте барлығын белгәс, Ғәлинур Денисты сәнғәт мәктәбенә бирҙе. Әсәһе, һүрәт төшөрөү ҙә булдымы һөнәр, тиһә лә, малай ҡайҙа барһа ла, буяу-ҡәләмдәрен гел бергә йөрөттө. Тәбиғәткә сығыу уның өсөн бер кинәнес булыр ине. Урман-ҡырҙарҙы, күҙ яуын алған сәскәләрҙе ысын кеүек итеп яһап ҡуйыр ине. Әсәһе саҡырһа ла, атаһы менән йәшәне, сөнки бында тыныс ине, яратҡан шөғөлө менән дә булышыуға иркенлек бар. Өйләнеү тураһында һүҙ сыҡһа, хәбәрҙе икенсегә борҙо, яңғыҙлыҡты өҫтөн күрҙе. Улының яратҡан шөғөлө булғанға атай кеше борсолманы: эсеп-тартканы булманы, клуб кеүек шаулы урындарҙы яратманы улы.
Бер саҡ, инде хаҡлы ялда булған Ғәлинур, бөтә үткәненә, бөгөнгөһөнә ҡул һелтәп, Башҡортостаны, тыуған ауылына ҡайтты ла китте. Ҡыҙы әллә ни борсолоу белдермәне, улы ғына был хәлгә аптырап ҡалды. Күпме генә өгөтләһә лә, атаһының ҡарары ҡәтғи ине - тыуған йорт саҡыра ине уны.
Атай йортон асып ингәндә нимәләр кисергәнен күпме йылдар ҡырҙа йәшәгән ир үҙе генә белә. Ата-әсәһе гүр эйәһе булғанға тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт уҙҙы. Ҡабалан ғына килеп ерләште ҡәҙерлеләрен. Ауылдаштарына рәхмәт инде, берҙәй ярҙам иттеләр. Ваҡытлыса йәшәргә тип, бер йәш ғаиләне өйгә индерҙе лә, үҙе кире Мәскәүгә китте. Йәштәр үҙ йортон һалып сыҡҡас, бына инде өс йыл ишектә эленгән йоҙаҡты асыусы юҡ.
Бер-ике көн кәртә-ҡураны ҡарап сыҡҡас, ең һыҙғанып эшкә тотондо. Ауылда, әйтерһең дә, уны көтөп торғандар: туғандары, класташтары, дуҫтары дәррәү ярҙам иттеләр. Эх, бына ҡайҙа ул кеше араһында ысын мөнәсәбәт! Ихласлыҡ, ярҙамсыллыҡ ауыл кешеһенә генә хастыр ул, тип уйланы Ғәлинур. Мәскәүҙә нисә йылдар ғүмер итһә лә, ул подъездарында йәшәгәндәрҙен икәү-өсәүһен генә белде. Ә бында класташы Фәйрүзә лә килеп хәл белешеп торҙо. Әллә ҡайҙа артта ҡалған йәшлек йылдарында Ғәлинурҙы яратып янып-көйөп йөрөнө бит ул. Уҡыған йылдарҙы иҫкә алып һөйләшеп ултырғандары ла булды. Ир Фәйрүзәне ҡыуманы ла, яҡын да итмәне. Бер көн Әлиә исеме лә телгә алынды. Шуны белде Ғәлинур: яңғыҙы йәшәй, һуң ғына кейәүгә сыҡҡан, ире фажиғәле һәләк булған. Бер ҡыҙы бар, әле ҡайҙалыр уҡып йөрөй.
- Әйт әле, Ғәлинур, һеҙ бит яратыштығыҙ, ә ниңә һин ҡапыл ауылдан сығып киттең дә юҡ булдың? Әлиә лә бер ваҡытта ла сер сисеп торманы.
- Армияла саҡта ла хат алыштыҡ. Ҡайтырға күп тә ҡалмаған ине, ят ҡул менән яҙылған хәбәр килде: имеш, Әлиә мине алдай. Мәстүрә инәйҙең ейәне килгән дә, шуның менән сыуала, тип яҙылғайны. Шуның тураһында аңлат әле, тип яҙҙым, ә ул ҡайтҡас, үҙең төшөнөрһөң, тип яҙҙы. Ҡыҙыулыҡ менән Әлиәгә насар һүҙҙәр тулы хат ебәргәйнем, ул бөтөнләй яуап яҙманы. Бер айҙан ҡайттым, иҫләйһеңдер, клубҡа ла сыҡманым. Сыҡманым, Әлиәгә үс итеп. Хатта күрешергә лә барманым. Ул да ғорур - килмәне. Әсәйем минән, ниңә бармайһың, тип һораштырып ҡараны, ә мин, тәжәлдегемә барып, беҙ күптән инде хатлашманыҡ тип алданым. Мәстүрә инәй беҙҙең урамда йәшәй ине, хәтерләйһеңдер. Бер нисә көндән кис күрәм: Әлиә Мәстүрә инәйҙәргә инеп китте. Аңдып төнөм үтте. Таңға ғына сығып ҡайттты ул. Ә-ә-ә, тип уйланым, дөрөҫ икән хәбәр. Шунда, исмаһам, ҡулында сумкаһы барлығына ла иғтибар итмәгәнмен, әсәйемдән йә туғандарымдан да һорашманым бит. Дөбөр-шатыр йыйындым да, документтарымды алып сыҡтым да киттем. Мәстүрә инәйҙең ейәнен фалиж һуҡҡанын, әсәһе улынан баш тартып өләсәһенә ҡалдырғанын, ә Әлиә, медсестра булараҡ, уны ҡарағанын аҙаҡ ҡына белдем. Үкендем, ә ҡайтырға, ғәфү үтенергә тағы шул тәккәбәрлек ҡамасауланы.
- Кем ул хатты яҙғанын белдеңме һуң?
- Нимәгә ул. Асыуҙар онотолдо инде.
Яңғыҙ ҡалғас, Әлиә тағы иҫенә төштө. Йөрәге һыҙылып китте. Бер кемгә лә асылмаған уйҙарын Фәйрүзәгә асып һалды. Яңғыҙлыҡтан арыған ир бер көн Фәйрүзәгә бергә йәшәргә тәҡдим итте. Быға тиклем йыш килеп йөрөгән ҡатын ҡапыл ситләште, аралашмаҫ булды. Ғәлинур бер ни аңламаны. Өйөнә барып һөйләшергә булды.
- Юҡ, Ғәлинур, мин... Мин һинең алда ғәйепле.
- Теге хатты бит мин яҙҙым. Тороп тор, тыңла. Ниңә бөтә егеттәр шул Әлиә тип янды-көйҙө? Мин дә төҫ-башҡа нишауа инем, хатта уға ҡарағанда буйым һомғол ине, матур кейендем, йыр-бейеүгә лә оҫта инем. Концерттар менән йөрөгәндә гел яныңда булдым, ә һин иғтибар ҙа итмәнең миңә. Әй, асыуым килер ине. Юҡ, барыбер үҙемдеке итәм, тигән уй мейемде биләп алды. Эйе, яҙҙым. Һин ауылдан киткәс, Әлиәгә аңлатырға теләнем, һиңә яҙырға тип әсәйеңдән адресыңды ла алдым. Юҡ, һаман көнсөллөк ҡорто ашаны йөрәкте. Миңә түгел икән, Әлиәгә лә эләкмәйәсәк - шулай ине ҡарарым. Ғәфү ит.
Тормошонда төрлө ҡырҡа боролоштарҙы күрҙе Ғәлинур. Был нимә: шул тиклем көслө мөхәббәт аҡылды зәғифләндергәнме, әллә эгоистик ҡарармы? Аңламаны ул. Ярай көсө етеп дөрөҫөн ваҡытында әйтте. Юҡ инде, яҙмышыңды боҙған кеше менән йәшәп булмай. Эх, ваҡытты кире бороп булһасы!
Бер көн келәттән ата-әсәһенең кейем-һалымын, әйбер-ҡаралтыларын ҡарап, кәрәкмәгәнен ташларға тип йыйып йөрөгәндә, әсәһенең һандығын да күтәрмәгә һөйрәп сығарҙы. Асҡысы ҡабырғалағы тотҡаға бәйләнгән көйө тора. Йөрәкте берсә һыҙлатҡан, берсә ниндәйҙер мөғжизә көткән тойғо менән асты ул һандыҡты. Иң өҫтә аҡ таҫтамалға төрөлгән уның хаттары ята ине. Күҙҙәренә йәш тулды. Нисә тапҡыр уҡығандыр инде ҡәҙерлеһе уларҙы. Әсәһе янында булһа, хаттарҙы һирәк яҙғаны өсөн аяғына ятып ғәфү үтенер ине! Шелтәле ҡарашын тойҙо ғәзиз кешеһенең. «Ғәфү итегеҙ мине, ҡәҙерлеләрем», - тип шыбырланы ирендәр.
Һандыҡ төбөндә ятҡан ҡағыҙ ҡумтаны шунда уҡ таныны Ғәлинур. Ҡара әле, хан заманындағы әйберҙе әсәһе һаҡлаған бит әле! Эй, шул килеш кенә бит әле ул! Ипләп кенә ҡулына алып, ҡарап сыҡҡас, сәғәт боҙолғанлығын белде. Өйгә индереп, күҙлек менән яңынан тикшергәс: «Юҡ, үлмәгәнһең әле, йән өрөрмөн мин һиңә», - тип һөртөп-таҙартып ҡуйҙы.
Ҡулы оҫта уның. Ауылға ҡайтҡас, кистәрен ваҡыт үткәрер өсөн, тәүҙә ҡул сәғәттәрен, будильниктар, торараҡ радиоалғыстар йүнәтә башланы. Замана телевизорҙарын ғына ҡараманы. Һәм бына башлаған бөтә эшен ҡуйып, үҙенең сәғәтенә тотондо. Эй, мәшәҡәте күп тә түгел икән, тиҙҙән терелер бәхет сәғәте. Хыялында Ғәлинур Әлиә менән осрашты, бергә йәшәргә тәҡдим итте. Ә ниңә, аңлашырҙар. Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта тигән кеүек, бәлки, килешеп йәшәп тә китерҙәр.
Бәхетле тыныс ғаилә тормошона һыуһаған Ғәлинур дәртләнеп уй-хыялын тормошҡа ашырыр өсөн ал-ял белмәй сапты: өйөн таҙаланы, бер-ике мебелен яңыртты. Бына, ниһайәт, сәғәт тә йүнәтелде.
«Юлдаш» каналынан ағылған мөхәббәт тураһында йырҙар тыңлай-тыңлай, матур кейемдәрен кейеп сығырға йыйынған ерҙән, тороп тор әле, сәғәтте урынына куяйым, бәхетемде юллап сығам бит, һанаһын инде бәхетем миҙгелен, тип туҡтап ҡалды. Ултырғысҡа баҫып, нисә йылдар эшһеҙ торған сөйгә сәғәтте эләктерә алмай аҙапланғанда телефон шылтыраны.
- Эй, әттәгенәһе, саҡ ҡына көтөгөҙ әле. Таптығыҙ ваҡыт, - тип һуҡрана-һуҡрана кеҫәһенә тығылды. - Тыңлайым.
- Ғәлинур, Ғәлинур... Әлиә... - Фәйрүзәнең илаған тауышынан бер ни аңламаны ир, шулай ҙа йөрәге өҙөлөп киткәндәй булды. - Әлиә... үлгән.
Ултырғыс сайҡалды, өйҙөң аҫты өҫкә әйләнде. Иҙәндә иҫһеҙ ятҡан ир артынан стена сәғәте лә килеп төштө, быялаһы ярсылып тирә-яҡҡа сәселде...
Ваҡыт яраларҙы йүнәлтә, һыҙланыуҙарҙы баҫа, тиҙәр. Ғәлинур өсөн нисек булғандыр, һуңғы ярты йылдан ашыу ваҡыты төш кеүек булды. Ваҡыт туҡтаған кеүек тә булып китә, йә, киреһенсә, көн-аҙна нисек үткәне һиҙелмәй ҙә ҡала. Шул арала күпме хәл-ваҡиғалар булды, һөйөндөргәне лә, көйөндөргәне лә. Галя-Галина килеп, кире ҡайтыуын үтенеүе, бигерәк тә ата-әсәһенең донъяһын һатып, бизнесына үҙ өлөшөн индерергә кәрәклеген тылҡыуы... Гена ла Гена (Себергә киткәс, Генаға әйләнгәйне шул Ғәлинур), тип ҡаңғыртыуы шул тиклем үҙәгенә үтте, бер көн ирҙә Ғәлинурлығы уянды: элекке хәләлен ҡыуып сығарҙы. Галина менән бергә килгән улы, күпме генә әсәһе өгөтләһә лә, атаһы янында ҡалды. «Ә магазиның?» - тип һораған атаһына: «Атай, замана икенсе, эштәремде мин Интернет аша ла күҙәтә алам» , - тине.
Денис тәбиғәттән айырыла алманы. Көн дә кәрәк-яраҡтарын ала ла, яратҡан шөғөлөнән тәм, йәм табып, картиналар яҙа. Һуңғы көндәрҙә бигерәк оҙаҡлап ҡайҙалыр юғала, һуңлап ҡына ҡайта башланы. Улы ауылды шул тиклем яратыр, тәбиғәттән йәм табыр, тип уйламаған ине Ғәлинур. Һуңғы көндәрҙә күтәренке кәйефтә булыуы, атаһына үҙенең эше тураһында мауығып китеп һөйләүҙәре, ҡайһы бер мәлдә башҡортса йыр-көйҙәр тыңлауы - барыһы ла атай кешегә ҡыҙыҡ ине. Бигерәк тә улының ниндәйҙер картинаһын йәшерен генә эшләүе сер булды. Тиҙҙән барыһы ла асылды.
Бер көнө яңғыҙы саҡта, эсе бошоп киткән Ғәлинур инде нисә ай онотолоп ятҡан сәғәтте ҡулына алды. Нимәнән башларға тип, оҙаҡ ҡына уйланып ултырҙы әле ул. Был боронғо сәғәт инде кемгә кәрәк булһын, тип ҡумтаһын эҙләп алды ла кире әсәһенең һандығына һалырға булды. Улының машинаһы килеп туҡтағанына ла иғтибар итмәне. Соланда аяҡ тауыштары ишетелде. Ишек асылды, ә тупһала... Әлиә тора. Ғәлинур телһеҙ ҡалды. Әлиә, төҫө үҙгәргән ирҙе күреп, ҡуркып китте. Атаһының хәлен аңлаған Денис йүгереп килеп, ҡултыҡлап алып уны диванға ултыртты. Әлиә тиҙ генә һыу бирҙе.
- Атай, тыныслан. Таныш бул, был Эльвира. Эйе, уның әсәһе Әлиә.
- Эйе, Ғәлинур ағай. Мин Һеҙҙе яҡшы беләм, әсәйем һөйләй торғайны.
- Шул тиклем әсәйеңә оҡшағанһың.
- Атай, һиндә бит Әлиә апайҙың фоторәсеме булған. Фотоальбомыңда күреп ҡалдым, ә күп тә тормай, ул ҡыҙҙы район үҙәгендә осраттым. Ундай мөғжизә буламы икән, тип шаҡ ҡаттым. Беләм бит, ул фото боронғо, ситтәре һарғая башлаған ине. Бер сер ине минең өсөн был. Тыңғылыҡ тапманым үҙемә. Шунан фотолағы матурлыҡты үҙ ҡулым менән төшөргөм килде. Таныш түгел ҡыҙҙың ҡарашы минең бар булмышымды биләне. Эҙләнем, таптым уны. Атай, беҙ өйләнешергә булдыҡ, әле бына ғариза биреп килеүебеҙ. Эльвира - киленең, таныш бул.
Ғәлинур телһеҙ ҡалды. Ни ҡылырға ла белмәй, тик ултырҙы. Беренсенән, Эльвира-Әлиә уның йортонда, икенсенән, улы Денистың саф башҡортса һөйләшеүе таң ҡалдырҙы. Бына ҡайҙа ул бәхет! Ә ул бар нәмәгә ҡул һелтәргә тора. Юҡ инде, сәғәт әле бәхетле көн-йылдарҙы һанар! Ул, Денис бүләк иткән Әлиәнең портретын тотҡан килеш, ултыра бирҙе. Яңаҡ буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен йәшереүҙе кәрәк тип тә уйламаны.
- Улым, әйҙә әле, ошо сәғәтте элеп ҡуй түрбашҡа. Минең ғүмеремдең бәхетле осорон һананы ул, ә хәҙер, әйҙә, һеҙгә хеҙмәт итһен. Бәхет һәр кешенең үҙ ҡулында. Бына минең дә өҙөлгән бәхет ебем ялғанды. Нәҫел тамырын ҡоротмай, олатайың нигеҙенә ҡот индерегеҙ. Сит-ят ерҙә бәхетле булып булмай икәнлеген мин беләм. Рәхмәт, улым, атай-олатай ерен үҙ иткән өсөн! Бәхетем алда әле минең!
Сәғәт һанай ваҡыт ағышын... Ошо ағышта бәхетле осор күберәк булһын инде...