Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Июль 2021, 13:10

Металлургтар майҙаны гөрләп тора

VI Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашҡан сит ил вәкилдәре бөгөн ҡаланың Металлургтар майҙанында сығыш яһаясаҡ. Майҙан сәхнәһе эргәһендә шулай уҡ күргәҙмәләр эшләй.

Ломовка, Тирлән, Ботай, Тирлән, Туҡан, Мулдаҡай, Оло йылға, Ғәбдөк, Үҙән ауылы мәҙәниәт учреждениелары ҡул эштәре оҫталарының һалабаштан, ҡалын ептән, төрлө техника ҡулланып эшләгән, милли кейемдәге ҡурсаҡтар, балсыҡтан фигуралар, кейеҙ ойоҡбаштар, бишмәттәр, түшәктәр, ағасты һырлап эшләнгән картиналар, сувенирҙар, үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы сейләндән эшләнгән биҙәүестәр, муйынсаҡтар, алҡалар, төрлө техника ҡулланып эшләнгән ҡурсаҡтарын тәҡдим итә.
Үҙән, Тимер юл, Аҙнағол, Мулдаҡай, Ғәбдөк, Шығай, Ҡағы ауылдары, сәнғәт мәктәбе һәм мәктәпкәсә белем биреү үҙәге күргәҙмәләрендә гәзиттән, һаламдан үрелгән әйберҙәр, сейлән менән эшләнгән картиналар, кейеҙ береткалар, муйынсаҡтар, быйма, сумкалар, картиналар, паннолар, башҡорт милли орнаменты менән биҙәлгән кейеҙ түшәктәр, түшелдерек төшөрөлгән футболкалар менән танышырға һәм һатып алырға мөмкин.
Шәхси эшҡыуар Резеда Сайдарованың “Гүзәл” туҡымалар салоны күргәҙмәһендә Албаниянан килгән сит ил ҡунаҡтары милли биҙәүестәрҙе ихлас һатып ала. Бында йәнә түшелдеректәр, башҡорт сәйе өсөн милли орнамент менән биҙәлгән ҡапсыҡтар, түбәтәйҙәр, милли кейемдәге ҡыҙ һәм егеттәр төшөрөлгән магниттар, милли кейемдәрҙе лә күрергә була.
Йөйәк, Инйәр, Рысыҡай, Асы, Оло йылға, Сермән, Аҙнағол, Ҡаһарман, Береш, Үткәл, Мөхәмәт, Аҙналы, Ҡоҙғон-Әхмәр, Хөсәйен ауылы мәҙәниәт учреждениелары һәм Шығай, Сермән күп функциялы үҙәктәрендә түшелдеректәр, ҡашмау, ҡорамалар, бәйләнгән кофта, сигелгән картиналар, ташты буяп эшләнгән сувенирҙар, фоамирандан ҡыҙҙар өсөн сәс ҡыҫтырғыстар, атлас лентанан букет, кейеҙҙән уйынсыҡтар, мүк ҡулланып эшләнгән композиция, ағастан, балсыҡтан эшләнгән башҡа әйберҙәр менән танышырға мөмкин.
“Горница исскусниц” түңәрәге ағзалары төрлө техникалар ҡулланып эшләнгән ҡурсаҡтар, бәхет “өйҙәре”, папье-машенан копилкалар, балсыҡ һауыттар тәҡдим итһә, почта бүлексәһе күргәҙмәһендә брендлы шоколад, уйынсыҡ почта машинаһы, фольклориада эмблемаһы төшөрөлгән конверттар һәм башҡаларҙы күрергә, танышырға һәм һатып алырға мөмкин.
Майҙанда шулай уҡ үҙәкләштерелгән китапхана “Йәйге уҡыу залы” ойошторған һәм китаптарҙы күргәҙмәгә ҡуйған.
Автор:Расима Салихова
Читайте нас: