Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Июль 2021, 15:55

Венгрҙар күргәҙмәһендә нимә бар?

Күргәҙмә ваҡытында Венгрия вәкиле Ильдико исемле ҡыҙ менән әңгәмәләштек:

- Белорет ҡалаһы ниндәй тәьҫораттар ҡалдырҙы?
- Беҙгә был ҡаласыҡ бик оҡшаны. Автобуста килгәндә тирә-яҡтағы тәбиғәтте күреп һоҡландыҡ. Ҡыҙғанысҡа күрә, әле бик күп матур урындарҙы күрмәнек. Һыу башняһы бик оҡшаны.
- Күргәҙмәлә күрһәткән әйберҙәрҙең нимә аңлатыуын, ҡайҙа ҡулланылыуын әйтеп үтегеҙ әле?
- Эшем мәғлүмәт-технологияһы менән бәйле булһа ла, христиан байрамдарын биҙәргә яратам. Венгрияла бик күп өлкәләр бар һәм уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ традициалары, пасха байрамына йомортҡаны биҙәү төрө бар. Бөгөн мин ике өлкәлә йомортҡаға ниндәй һүрәт төшөрөлөүен күрһәтәм.
Эргәләге өҫтәлдә көтөүселәрҙең малдарҙы көткәндә крәкле әйберҙәре ҡуйылған. Кристиан Хайдич исемле егет тиренән тегелгән сумканың биҙәү барышын күрһәтә, йәғни тире ептән унда семәр сигә. Ул венгрҙарҙың милли кейемендә. Уның менән фотоға төшөргә теләүселәр, ниндәй милләт кейеме булыуы менән ҡыҙыҡһыныусылар күп.
- Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, Ильдиго.
Автор:Расима Салихова
Читайте нас: