Унда кемдер йәшелсә-емеш, ит, шешлек, төрлө эслектәр менән бөйөрөктәр, туңдырма, исемле кружкалар, магниттар һәм башҡа әйберҙәр менән һатыу итһә, шәхси эшҡыуар Азат Хәбибуллиндың “Ҡурай” студияһы болануттың төрлө үләндәр менән ҡатнаштырып эшләнгән үлән сәйен, Сермән ауылынан Мәғәфуровтар ҡымыҙ, Резеда Сайдарованың “Гүзәл” туҡымалар салоны башҡорт милли кейемдәре, башҡорт ҡурсаҡтары һәм биҙәүестәрен, “Горница искусниц” түңәрәге ағзалары төрлө техникалар ҡулланып эшләнгән ҡурсаҡтарҙы, сувенирҙарҙы тәҡдим итте.
- Үҙем Өфөлә йәшәһәм дә, йыл да йәйҙе Белореттағы дачамда уҙғарам. Нимәлер сәсергә, үҫтерергә, ҡарарға бала саҡтан яраттым. Ер буш торорға, сәскән әйбереңде сүп баҫырға тейеш түгел. Баҡсамда бөтә төр еләк-емеш, йәшелсә үҫә. Уларҙы тоҙлайым да, киптерәм дә, салат, һут, ҡайнатмалар, ҡаҡ та эшләйем, ғөмүмән, йыл әйләнәһендә үҙем үҫтергән сифатлы ризыҡ менән туҡланам. Үҙемдән артҡанын туғандарыма өләшәм, һатып та ебәрәм. Магазиндан орлоҡ һатып алғаным юҡ, барыһы ла үҙемдеке. Быйыл йәйҙең үтә лә эҫе булыуы сәбәпле ауырға тура килде, ҡулдан лейка төшмәне тиерлек. Картуф ҡына уңманы, ҡалғаны барыһы ла бар, - ти Наталья Калин. Әйткәндәй, ул күргәҙмәгә ҡуйған һәр йәшелсәемешкә арнап шиғырҙар ижад иткән.
Был көндө шулай уҡ Бөтә Рәсәй һуҡырҙар йәмғиәтенең Белорет уҡытыу-производство предприятиеһының, “Селена” ағас эшкәртеү компанияһының күргәҙмәһендә уларҙа етештерелгән тауарҙарҙы, “Фитнестехнологии” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә балалар майҙансыҡтары әйберҙәре менән танышыу мөмкинлеге булһа, Үлсәү ҡорамалдары заводы машиналарҙы үлсәү процесын күрһәтте, белгестәрҙән бушлай юридик ярҙам алыу мөмкинлеге булды, Үҙәк район клиник дауаханаһының “Һаулыҡ үҙәге”ндә терапевт, невролог, хирург һәм офтальмолог халыҡты ҡабул итте, балалар өсөн төрлө уйындар, конкурстар ойошторолдо, теләгәндәр атта, минипаровозда, машиналарҙа йөрөнө, спорт майҙансығында экстрим алды.
Кис көнө майҙанда концерт уҙҙы. Унда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, программаның хэдлайнеры Zainetdin (Заһир Зәйнетдинов), “Йәшлек шоу - 2020” Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе Rahimov, йәш хитмейкер, Мәскәүҙең хип хоп башҡарыусыһы Inur, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәил Өмөтбаев һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Рөстәм Ғиззәтуллин сығыш яһаны.