- Был һуғандар август аҙағына тиклем ҡарбуз һымаҡ ҙур булып үҫер микән, - тип шаяртам.
- Бына икенсе йыл инде ошо һуғанды үҫтерәбеҙ. Сәсеп үҫтереүе бер аҙ мәшәҡәтле булһа ла, тәмле, һутлы һуған, - ти танышым.
- Һуған тәмле булмай ҙа инде, - тием кѳлѳп.
- Был сорт беҙҙең һуғандарҙан айырыла шул. Салаттар ѳсѳн бик тәмле. Йәй, кѳҙ буйы рәхәтләнәбеҙ. Ниндәй генә салатҡа ҡушһаң да, үҙенсәлекле тәм бирә. Ҡыҙым һуған ѳҫтѳнә бал, ҡурай еләге һибеп ашай. Емеш-еләк менән айырыуса тәмле. Былай ашаһаң да була. Минең ирем, түңәрәкләтеп киҫә лә, ѳҫтѳнә аҙ ғына тоҙ һибеп тә, шәкәр һибеп тә ашай. Мин дә яратам. Һуған ашамаған балалар ҙа уны үҙ итте. Был һуғандың орлоҡтарын ҡыҙым ебәргәйне. Быйыл күберәк ултыртырға булдыҡ. Бик оҡшаны үҙебеҙгә. Былтыр Яңы йыл байрамдарына тиклем матур һаҡланғайны. Витаминдары ла күп, таҙартҡанда күҙҙе лә әсеттермәй, - ти танышым.
Ысынлап та, һуған ҡарап тороуға ла бик матур. Ябай һуған кеүек ҡабығы ҡатлы-ҡатлы түгел. Был һуғандың исеме "Эксибишен", уны Голландия селекционерҙары шедевры тип тә әйтәләр. Уның орлоҡтарын март башында сәскәләр менән бер үк ваҡытта ѳйҙә сәсеп, һауыттарҙы пленка менән ҡаплап ҡуйып үҫтерәһең. Орлоҡтары бик ваҡ ҡына. Сәскәләрҙе нисек үҫтерәһең, быға ла талаптар шулай. Үҫтереү алымы хас та петуния сәскәһенеке кеүек. Үҫентеләр һауыттағы тупраҡты тѳртѳп сыҡҡас, май айында ҡырауҙар үткәс, түтәлдәргә сығарып ултыртаһың. Артабан инде һуғанға һыу ҡойоп тороу ҙа етә. Һуған эре, матур булып үҫһен ѳсѳн йәшел ҡыяҡтарын ѳҙѳргә ярамай.
"Эксибишен" һуғанын нисек үҫтерергә кәрәклеге тураһында Интернет селтәрендә күп яҙылған. Орлоҡтарҙы ла яҙҙырып алырға, йә булмаһа махсус магазиндарҙан һатып алырға мѳмкин. Һуғандың ауырлығы 500 грамдан 1 килограмға тиклем етә. Мин дә икенсе йылда был һуғанды үҫтерергә булып киттем әле.
С. ЖӘҮӘТОВА.
Фото Интернеттан.