Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Сентябрь 2021, 12:43

Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын

Йортта һауа үтә ҡоро булһа, гөлдәргә айына бер тапҡыр һөт һалығыҙ.

Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын
Гөлдәрегеҙ гөрләп сәскә атһын

* Гөл һауыттарының урынын йыш алмаштырырға кәңәш ителмәй. Баҡһаң, гөл ҡат-ҡат яҡтыға боролһа, япраҡтары зәғифләнә икән.

* Әгәр гөлдөң тупрағы кибеп, ярылып бөтһә, бер аҙ бысҡы вағы һәм ҡом һалырға кәрәк.

* Гөлдәргә һыу һипкәндән һуң, бер-ике сәғәт үткәс, төптәрен яңынан тикшереп сығығыҙ. “Йота” алмай ултырғандарының артыҡ һыуын түгегеҙ.

* Фикустың япраҡтары ялтырап торһон тиһәгеҙ, тамыры менән тоташҡан урынға бер балғалаҡ

кастор майын һибеп ҡуйығыҙ. Тәҙрә төбөндәге гөлдәрегеҙ даими сәскә атып ҡыуандырһын, гөрләп үҫһен тиһәгеҙ, уларҙы әленән-әле туҡландырып тороу хаҡында оноторға ярамай. Ҡул аҫтындағы ризыҡтар, аҙыҡ ҡалдыҡтары ла үҫентеләр өсөн бына тигән ашлама була ала.

1.Шәкәр гөлдөң үҫеүенә булышлыҡ итә, көс бирә. Бының өсөн бер аш ҡалағы шәкәрҙе 0,5 л һыуға һалып бутарға кәрәк. Шәкәрле һыуҙы айына бер тапҡырҙан да күберәк ҡулланырға кәңәш ителмәй. Шәкәр урынына дарыуханала һатылған глюкоза ҡулланһағыҙ, тағы ла һөҙөмтәлерәк булыр. Бер таблетканы бер литр һыуҙа иҙергә.

2.Ҡайнатылған ҡәһүә онтағы – гөлдәр өсөн бына тигән ашлама. Ул тупраҡты йомшарта. Был маҡсатта сәй шамаһын да ҡулланырға мөмкин, тик тупраҡта ваҡ себен барлыҡҡа килеүе ихтимал.

3.Мандарин, әфлисун, банан ҡабығы. Банканың өстән бер өлөшөнәсә ваҡланған ҡабыҡтарҙы һалып, тулғансы һыу ҡойорға. Бер тәүлек тотҡандан һуң, ҡабыҡтарҙы алып ташлап, банкаға таҙа һыу өҫтәргә. Цитрус ҡабыҡтар өҫтөнә – ҡайнар, ә бананға йылымыс һыу алырға кәңәш ителә.

4.Көл. Уның составы калий, фосфор, магний, кальций, тимер, цинк һәм көкөрткә бай. Бер аш ҡалағы көлдө бер литр һыуҙа төнәтеп һибергә йәки көлдөң үҙен самалап тупраҡ менән бутарға мөмкин.

5.Һуған ҡабығы микроэлементтарға бай. 50 г самаһы һуған ҡабығына 2 л һыу ҡойоп, 10 минут самаһы ҡайнатырға. 3 сәғәт томалағандан һуң һөҙөп һыуытып, гөлдәргә ҡойорға.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: