Сәләмәтлекте нимә нығыта?
Ҡосаҡлашыу. Йоҡлар алдынан яратҡан кешегеҙҙе ҡосаҡлар, организмығыҙға иркен тын алырға, мейегә проблемалар хаҡындағы уйҙарҙан арынырға булышлыҡ итәһегеҙ. Йоҡо ла күпкә тыныс һәм нығыраҡ буласаҡ.
Бесәй. Өйөндә дүрт аяҡлы бындай дуҫы булғандарҙың йөрәк менән бәйле проблемалары - ике тапҡырға, инфаркт кисереү хәүефе өс тапҡырға кәмерәк.
Йәйәү йөрөү. Көн һайын бер нисә саҡрым аталап үтеү ҡан тамырҙарын, үпкәне, мускулдарҙы нығыта. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, күкрәк яман шеше менән ауырыу хәүефен кәметә.
Әфлисун һуты. Даими рәүештә был һутты эсеү остеопороздан һәм һимереүҙән һаҡлай.
Бал. Был тәбиғи аҙыҡ баш мейеһе эшмәкәрлеген яҡшырта, хәтерҙе нығыта. Шунлыҡтан ололар өсөн дә, балаларға ла берҙәй файҙалы.
Диңгеҙ. Статистика буйынса, диңгеҙгә яҡын йәшәгән кешеләр әүҙем тормош алып бара һәм стресҡа бирешмәй. Сағыштырмаса улар һирәгерәк ауырый ҙа.
Һыу. Организмға көнөнә 8 стакан һыу талап ителә. Тимәк, эске килмәһә лә эсергә кәрәк. Әгәр ҙә һыуһағанығыҙҙы тояһығыҙ икән, организм дөйөм ауырлыҡтан бер процент һыуҙы юғалтҡан тигән һүҙ. Ә ун процентты юғалтыу ғүмер өсөн хәүефле булыуы ихтимал.
Ауырыуға этәреүсе сәбәптәр
Тоҙ. Рационда ул ни тиклем күберәк, шул тиклем йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән ауырыу хәүефе арта. Уны ҡулланыуҙы тәүлегенә ¼ балғалаҡҡа тиклем ҡалдырғанда, инфаркт кисереү ҡурҡынысы ике тапҡырға кәмей.
Йоҡо туймау. Төнгө ял дүрт сәғәттән кәмерәк булһа, тотш организм эшмәкәрлегенең боҙолоуына килтерә. Ә насар йоҡлауҙың һимереүгә сәбәп булыуы бар.
Яңғыҙлыҡ. Янығыҙҙа яратҡан, яҡын кешеләрегеҙҙең булыуы иммунитетты нығыта, депрессиянан һаҡлай.
Солярий. Статистика күрһәтеүенсә, тәмәке тартыусыларҙа үпкә яман шешенә ҡарағанда, был прибор менән ҡулланыусыларҙа тире яман шеше йышыраҡ осрай.
Оҡшамаған эш. Ғалимдар фекеренсә, эшһеҙ кеше көн дә иртән уянғандан кискә тиклем эштә стресс кисереүсегә ҡарағанда күпкә тынысыраҡ һәм бәхетлерәк.
Артыҡ ныҡ таҙалыҡ. Беҙҙең тәндә урынлашҡан микроогрганизмдар иммун системаһын тонуста тоторға ярҙам итә. Артыҡ ныҡ таҙалыҡ йыш ауырыуға сәбәпсе булыуы ихтимал.
Ултыраҡ тормош. Кем көнөнә 3-4 сәғәт ултырып эшләй, улар ике йылға ғүмерен ҡыҫҡарта.