Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Сентябрь 2021, 11:25

Сифатлы аҙыҡ тупларға ашыҡ

Уҙған ял көндәрендә ҡаланың “Аструм” баҙарында һәм автовокзал эргәһендәге майҙансыҡта көҙгө йәрминкәләр эшләне.

Сифатлы аҙыҡ тупларға ашыҡ
Сифатлы аҙыҡ тупларға ашыҡ

Унда район-ҡала халҡы үҙҙәре үҫтергән йәшелсә-емеш, үҫентеләр, бал һәм башҡалар менән һатыу итте.

Ҡалала йәшәгән Генадий Викторович менән Елена Николаена Ануфриенколар йәрминкәләр башланғандан алып автовокзал эргәһендәге майҙансыҡта бал менән һатыу итә.

- Умартасылыҡ менән егерме йылдан ашыу шөғөлләнәбеҙ. Умарталығыбыҙ Инйәр төбәгендә урынлашҡан. Утыҙлаған баш умартабыҙ бар. Йылдан-йыл ҡорт тотоу ауырға төшә бара. Быйылғы йәйҙең үтә лә эҫе, томра тороуы балдың уңышына тәьҫир итте. Уҙған йыл менән сағыштырғанда әҙерәк булды. Өс төрлө  - йүкә, сәскә һәм ҡарабойҙай балы менән һатыу итәбеҙ. Йәрминкәләр яңы ғына башланып торғанлыҡтан һатыусылар ҙа, һатып алыусылар ҙа әҙерәк. Шулай ҙа ҡышҡылыҡҡа тәбиғи шифалы ризыҡ туплаусылар, бал яратыусылар килеп тора. Киләһе ялдарҙа халыҡтың күберәк булырына өмөтләнәбеҙ, - ти улар.

Көҙгө йәрминкәләр үткәреү күптән инде матур йолаға әүерелгән. Ҡош-ҡорт тотоу, мал аҫрау, баҡса тотоу мөмкинлеге булмағандар бында сифатлы, бер ниндәй химияһыҙ үҫтерелгән йәшелсә-емеш, ит, һөт ризыҡтары һәм башҡа бик күп әйберҙәр һатып ала, һатыу итеүселәр үҙҙәренән артҡанды килемгә әйләндерә. Йәрминкәләр киләһе ял көндәрендә лә дауам итәсәк. Уларҙа һатып алыусыларҙы һәм һатыусыларҙы көтөп ҡалабыҙ. 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: