Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
25 Сентябрь 2021, 09:00

Һау үпкә ғүмерҙе оҙайта күпкә

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тын алыу органдары ауырыуҙары һуңғы йылдарҙа иң тәүге урындарҙы биләй бара.

Һау үпкә ғүмерҙе  оҙайта күпкә
Һау үпкә ғүмерҙе оҙайта күпкә

Яңы коронавирус эпидемияһының килеп сығыуы ла быға туранан-тура тәьҫир итмәй ҡалманы. Статистика буйынса, илдә 65 миллион кеше үпкәнең хроник сирҙәренән яфалана, йыл һайын шуларҙың 3 миллион тирәһе яҡты донъя менән хушлаша. Яҡынса 10 миллион кешелә туберкулез асыҡланһа, йыл да был сирлеләрҙең 1,6 миллионы, үпкәләге яман шештән 1,76 милллион кеше һәләк була. Йәнә бөгөнгө көндә яҡынса 334 миллион кешегә астма (шуның 14 проценты балаларҙа) диагнозы ҡуйылған.

Үпкә сирҙәре һәм уны нисек һаҡларға тигән һорауҙарға медицина өлкәһендә 46 йыл хеҙмәт стажына эйә, ҡала поликлиникаһында табип-рентгенолог булып эшләгән Марат Әсғәт улы ӘХМӘТҒӘЛИЕВ яуап бирҙе:

- Коронавирус эпидемияһы башланғандан алып флюорография кабинеты көсөргәнешле эшләй. Көнөнә уртаса 150-160 пациент ҡабул итәбеҙ. Бынан тыш, хеҙмәткәрҙәребеҙ күсмә үҙәк менән райондың төрлө ауылдарына халыҡты тикшерергә бара. Уҡыуҙар башланғас, мәктәптәргә һәм уҡыу йорттарында уҡыусыларға, студенттарға күҙәтеү үткәрәләр. Йылына район-ҡала буйынса 50-55 мең рентген тикшереүен ҡарап, диагноз ҡуябыҙ. Коронавирус башланғанға тиклем пневмония менән сирләүселәр һаны ике аҙнаға бер генә кеше булһа, хәҙер был сир көн дә 12-15 кешелә асыҡлана. Ике яҡлы пневмония диагнозы ҡуйылған пациенттар араһында был ауырыуҙың бер ниндәй билдәләрен тоймағандары ла бар. Шуныһы шатландыра - һуңғы йылдарҙа туберкулез аҙая төштө.

Тын алыу органдарына тәмәке тартыу, хатта уның төтөнөн еҫкәү ҙә зарар килтерә. Был алама ғәҙәт үпкә ауырыуҙары барлыҡҡа килеүен 30 процентҡа арттыра. Был орган ауырыуҙары барлыҡҡа килеүенән һаҡланыу һәм сир ауыр эҙемтәләргә килтермәһен өсөн иммун системаһын яҡшыртырға, сәләмәт тормош рәүеше алып барырға, ауырыуҙың тәүге билдәләре барлыҡҡа килеү менән белгестәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Сирҙе ни тиклем тиҙерәк асыҡлаған һәм дауалаған хәлдә, күңелһеҙ осраҡтарҙан ҡотолорға була.

Үпкә менән проблемалар булмаһын өсөн өшөүҙән, һалҡын тейеүҙән һаҡланыу, күберәк саф һауала йөрөү, бина эсендә йылылыҡ кимәлен һәм һауа дымлылығын контролдә тотоу, саңды еүеш сепрәк менән һөртөп тороу, спорт менән шөғөлләнеү, һалҡынса һыу менән ҡойоноу, стрестан ҡасыу, витаминдарға бай, файҙалы ризыҡ менән туҡланыу, ашау-эсеү режимын тотоу, йыл һайын табипҡа күренеү һәм флюорография йәки рентген үтеү мѳһим.

COVID-19 инфекцияһы ҡоторған, киҙеү башланырға торған ваҡытта вирусҡа ҡаршы препараттарҙы профилактика өсөн ҡулланырға мөмкин. Шулай уҡ кеше күп йыйылған урындарҙа булмаҫҡа, сирлеләр менән аралашмаҫҡа тырышығыҙ. Ҡайһы берәүҙәр кәйеф-сафа ҡорған урындарҙа сирҙән һаҡланыу сараларын күрәләтә инҡар итә.

Үпкәне һау кешегә йылына бер тапҡыр тикшереп тороу мотлаҡ. Туберкулез менән сирләгәндәргә һәм 60 йәште уҙған кешеләргә йылына ике тапҡыр үтергә рөхсәт ителә. Шуны белегеҙ - үпкә ауырыуҙары дауалап булмаҫ хәлгә еткәнсе бер ниндәй билдәләрһеҙ үтергә мөмкин.  

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: