Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Сентябрь 2021, 16:09

Белеп файҙаланһаң – шифа

Оҙаҡламай ауылдарҙа мәшәҡәтле лә, шул уҡ ваҡытта күңелле лә – ҡаҙ өмәләре башлана. Был йорт ҡошоноң мамығы, ите генә түгел, дѳрѳҫ иретелгән һәм һаҡланған эс майы ла әллә күпме дауалау үҙенсәлегенә эйә.

Белеп файҙаланһаң – шифа
Белеп файҙаланһаң – шифа

Ҡаҙ майы кислотаһы организмдың һыу балансын яйға һала, майҙарҙың, уның аналогтарынан торған органик матдәләрҙең организмға тиҙерәк үтеп инеүен арттыра. Ҡаҙ майы составындағы селен матдәләр алмашыныуын көйләй, аҡһымдарҙы, углеводтарҙы үҙләштереүгә ярҙам итә, йод үҙләштереүҙе яҡшырта. Е витамины иһә иммун системаһын нығыта, коллагенды синтезлай, күҙәнәктәрҙе зарарланыуҙан һаҡлай.

Дѳрѳҫ һаҡланған ҡаҙ майы менән бронхиттан ҡотолоп була. Туберкулез сиренән арыныу өсөн иретелгән ҡаҙ майына алоэ һуты, какао, вакланған эрбет сәтләүеге ҡушып болғатырға һәм парҙа йылытырға кәрәк. Ҡатнашманы көнѳнә дүрт тапҡыр, һөт ҡушып, бер ҡалаҡ ҡабул итергә кәрәк.

Тәндең өшөгән өлөштәрен ҡаҙ майы менән һөртѳрҙән алда, йылы һыу менән тиренең һиҙгерлек һәләтен ҡайтарырға кәрәк. Сәнсеү бөткәс, аяҡ-ҡулдарға майҙы массаж хәрәкәттәре менән һөртѳп, йылы кейенергә йәки йылы шарф менән уранырға кәрәк.

Тире проблемаларынан ҡотолорға ҡаҙ һәм пихта майынан яһалған мазь (2:1) ярҙам итер. Ҡатнашманы көнөнә бер нисә мәртәбә тиренең зарарланған урындарына һөртөргә кәрәк. Дауалау курсы – 20 көн.

Арҡа ауыртҡанда арҡаны ҡаҙ майы менән мунсала ышҡыу ярҙам итә. Процедуранан һуң йылы урында төрөнөп ятырға кәрәк. Бер нисә сеанстан ревматизм үтергә тейеш.

Мускулдарҙағы ауыртыуҙар борсомаһын өсөн, тәнгә май, бал һәм спирт төнәтмәһе менән массаж яһайҙар.

Быуындар һыҙлағанда бергә бер ҡатнашлығындағы ҡырғыстан үткәрелгән керән тамыры, картуф һәм ҡаҙ майына бер сәй ҡалағы бал ҡушып, ауыртҡан урынға һѳртѳргә һәм ике сәғәт тоторға. Дауалау курсы – 7-10 кѳн.

Ҡаҙ майы менән дауаланырҙан алда табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ, был дауаның барыһына ла килешмәүен хәтерҙән сығармағыҙ.

"Файҙалы кәңәштәр" сайтынан

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас в