Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
1 Октябрь 2021, 11:49

“Дуҫымдың исеме кем әле?”

Мөхәмәтйән ҡарт менән әбейе Ғәлиә сөкөрҙәшеп кенә төшкө сәй эсеп ултыралар ине. Эсеп бөттөләрме-юҡмы, мәгәр, һүҙгә килешеп, икеһе ике бүлмәгә инеп бикләнеп алды. Шулай булды хәл.

“Дуҫымдың исеме кем әле?”
“Дуҫымдың исеме кем әле?”

- Төнө буйы тигәндәй уйландым. Теге минең яҡын дуҫ бар бит, шуның исемен оноттом да ҡуйҙым. Иҫкә төшмәй ҙә ҡуя. Кем әле ул? Стройкала бергә эшләгәйнек, - тип һораны ҡарт.

- Бынағайыш, һинең дуҫтың исемен мин ҡайҙан беләйем. Тапҡан уй. Улар күмәк ишшу. Ана, ҡышты нисек сығырға, шуны уйҙа исмаһам.

- Ай әттәгенәһе, тел осонда ғына тора, - тип ныҡыша ҡарт, - Бисәһе һинең дә әхирәт була торғайны лаһа. Ҡап-ҡара бөҙрә сәсле, һылыу.

- Һылыу бисәһенең сәсенә иғтибар иткән. - Әбейе ҡыҙҙы ла китте. - Ҡайҙан беләйем, белергә лә теләмәйем.

- Һуң, ирендәре ҡып-ҡыҙыл ғына, өрөлөп кенә тора. Гел генә йылмайып йөрөй. Иҫеңдәлер, бер юбилейына дуҫ күк төҫтә шәшке тун да бүләк иткәйне. Беҙ ҙә булғайныҡ таһа, оноттоңмо?

Әбей ултырған урынынан ҡалҡынып-ҡалҡынып ҡуйҙы, асыуы йөҙөнә сыҡты.

- Ҡарт ишәк! Ни һөйләй. Кеше бисәләренең ирендәре ҡып-ҡыҙыл шул. Миңә үҙең шуба түгел, бәлтә лә әпирмәнең. Кит, утырма мин яһаған сәйҙе һемереп. Ана, һылыуҙарға бар. Ирендәре күгәреп шубаларын көйә лә ҡырҡып бөткәндер әле.

- Ҡыҙма әле бушҡа! Вәт әй, дуҫтың исемен оноттом. - Ҡарт һаман үҙенекен һөйләй.

- Дуҫ, имеш, кәртинкә һымаҡ бисәһе күҙе алдында ғына тора. Ҡоймаҡ ҡойормон тигәйнем, юҡ инде. - Әбей, асыуланып, йоҡо бүлмәһенә инеп бикләнде.

Бер аҙҙан тынысланғас, Ғәлиә әбей үҙе лә теге ҡыҙыл иренле әхирәтенең исемен иҫенә төшөрә алмай аптырап ултырҙы. Уныһы кем һуң тағы? Исеме тел осонда ғына тора. Ул бабайы эргәһенә килеп сыҡты.

- Ҡарале, теге әхирәтемдең исеме кем булды әле ул? Иҫкә төшмәйсе.

Гәзит ҡарап ултырған ҡарты ҡырыҫ ҡына:

- Һы, һинең әхирәттең исемен ҡайҙан беләйем, - тине.

- Йәш саҡта беҙ улар менән ныҡ йөрөштөк. Хәҙер улар ауылда йәшәй. Әхирәтемдең ире яман шәп бейеүсе! Һааай, яурындарын һикертеп, күҙ-ҡаштарын уйнатып, тыпырҙатып төшөп китә ине. Утырып сыҙамай, мин дә ҡаршы төшәм. Их-ма! - Әбей бармаҡтарын сиртеп, баҫҡан ерендә тыпырҙатып алды. - Булды бит күңелле саҡтар, әй! Үҙе ыздарауай, мыҡты. Күп бисәләрҙең күҙе ҡыҙа ине, әйтәгүр. Башҡаларға әллә ҡайҙан шундайҙар эләгә ул. Машинаһы ла иномарка. - Шулай тип теҙҙе Ғәлиә.

- Бөттөңмө? - Бабайы ауыҙын асып әбейенә текләгән. Гәзитен шап иттереп өҫтәлгә ташланы. - Вот ита даа! Әхирәтенең ирен ҡайһылай матур итеп һөйләй. Теле телгә йоҡмай маҡтай. Хатта тешһеҙ ауыҙынан һыуҙары ағып китте. Минең дуҫ менән шухыр-мухыр уйнаштығыҙ штоли? Ҡара ҡаршы төшөп, ҡаш һикертешеп бейешкәнегеҙҙә мин ҡайҙа булдым икән, ә? Кәрәгегеҙҙе бирер инем дә. Вәт оказия!

- Ыста, һин ахрита бейейек тип әйтеүҙән башҡаны белмәнең дә.

Был юлы йоҡо бүлмәһенә Мөхәмәтйән ҡарт инеп бикләнде. “Кемдәр әле ул? Вәт онотолған!”, тигән һүҙҙәре ишетелеп ҡала.

Бер аҙҙан икеһе лә бер юлы шатлыҡтан ҡысҡырып ебәрҙеләр.

- Бабай, иҫкә төштө, Самат бит әле ул! - ти әбей шатланып.

- Һылыу Гөлмәрйәм дәһә! - тип килеп сыҡты ҡарты.

- Ҡана, байрам менән ҡотлайым үҙҙәрен.

- Самат дуҫ менән һөйләшеп алайым мин дә. - Мөхәмәтйән ҡарт та, әле генә бер ни булмағандай, ҡыуанып, телефонын ҡулына алды.

Фәриха ВӘЛИУЛЛИНА

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: