Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
2 Октябрь 2021, 12:17

Ашҡабаҡтан мантый

Йәй уңышынан төрлө салаттар эшләнек, һыуытҡысҡа туңдырырға ла һалдыҡ, баҙға ла төшөп ятты. Ә бына ашҡабаҡҡа күптәребеҙҙең ҡулы етмәгәндер әле. Тәмле һутынан тыш, ашҡабаҡтан төрлө-төрлө ризыҡтар ҙа бешереп булғанын һәр беребеҙ белә.   

Ашҡабаҡтан мантый
Ашҡабаҡтан мантый

Әйҙәгеҙ, ҡаҙ, өйрәк итенән ашҡабаҡ мантыйы бешереп алайыҡ. 

1 йомортҡа, ярты сынаяҡ ҡайнап һыуытылған һыу, тоҙ, он һалып, ҡамыр баҫабыҙ. Өйрәк йәки ҡаҙ итен, ашҡабаҡты , һуғанды ваҡ ҡына итеп турайбыҙ ҙа, борос, тоҙ һалып бутайбыҙ. Ҡамырҙы нәҙегерәк итеп йәйеп, эслекте һалып, мантыйҙар эшләйбеҙ һәм 45 -50 минутҡа бешерергә ҡуябыҙ.
Парҙа бешкән һыуһыл, майлы ғына ризыҡ килеп сыға.

 

Фото: fotostrana.ru

 

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: