Эликсирҙы һолонан яһау бик файҙалы. Халҡыбыҙ борондан һоло менән нығынған, һоло менән һауыҡҡан. Эске ағзаларҙы таҙартып, матдәләр алмашыуын көйләй, ябыҡтыра, тирене таҙарта, сәстәрҙе нығыта, бик күп файҙалы элементтарға бай!
Үҙегеҙгә һаҡлап ҡуйығыҙ!
Өймәләмә 1 аш ҡалағы һолоға 5 стакан һыу ҡойоп, ҡапҡасын япҡан килеш һүрән утта 1 сәғәт бешерәбеҙ. Һөҙөмтәлә 2 стакан тирәһе ҡуйы кеҫәл (кисел) килеп сығырға тейеш.
Килеп сыҡҡан кеҫәлде һөҙөп, 2 стакан һөт (магазиндыҡы булмаһын!) өҫтәп ҡоябыҙ.
Йәнә ҡайнап сыҡҡанын көтәбеҙ. 4 градусҡа тиклем һыуынғанын көтәбеҙ ҙә 4 балғалаҡ бал һалып болғатабыҙ.
Эсер алдынан бер аҙ йылытыу мөһим. Йотом менән генә эсер кәрәк.
Һау-сәләмәт булығыҙ!
"Донъя шундай матур" социаль селтәренән. Фото: diet.boltai.com