Ҡайһы бер сәнәғәт тармағын сифатлы, урында етештерелгән таҙа сеймал менән тәьмин иткән ауыл хужалығы тармағы бөтә илдәрҙең дә иҡтисадында мөһим урынды биләй. Был өлкәлә эшләгәндәргә тәбиғәт ҡай саҡ үҙенең ҡырыҫлығы, ҡоро, ямғырһы йәйҙәре, һалҡын, ҡарһыҙ ҡыштары, төрлө тәбиғәт ғәрәсәттәре менән ҡаршылыҡ тыуҙырһа ла, улар үҙ ерҙәренә тоғролоғон һаҡлап, ныҡышмалығын, көсөн һәм дәртен ҡулланып, уңышҡа
ирешергә ынтыла.
Рысыҡай ауылында йәшәгән Ильяс Хафизовтың “Игенсе” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2010 йылдан алып эшләп килә. Төп йүнәлештәре булып мал аҙығы, иген культуралары сәсеү, малсылыҡ менән шөғөлләнеү тора. Бөгөнгө көндә хужалыҡта 19 баш һыйыр малы һәм 20 ат иҫәпләнә. Белорет май-сыр комбинаты ябылыу сәбәпле, дүрт йыл элек һөт тапшырыу туҡтатылған. Һуңғы тапҡыр һөт тапшырыуҙан 1 100 000 һум килем алынған.
Быйыл 36 гектар ерҙе эшкәртеп, 14 гектарына һоло һәм 5-әр гектар бойҙай менән арпа сәселгән. Уҙған йыл көҙ йәнә 15 гектар ергә арыш сәсеп ҡалдырылған, тик уның 5 гектары ҡышҡы һыуыҡтарҙа туңып юҡҡа сыҡҡан. Йәйҙең ҡоро, үтә лә эҫе тороуына ҡарамаҫтан, 1 гектар ерҙән 25 центнер арыш, 14 центнер һоло, 7-8 центнер бойҙай менән арпа уңышы алғандар. Ерҙең 180 гектары пайсыларҙан ҡуртымға алынған. Уларға ер һалымы иҫәбенән 100 килограмм иген бирәләр.
-Малдарҙы ҡышлатыуға 70 тонна тирәһе бесән әҙерләнек, йәнә арыш һаламы ла бар. Ат һәм һыйыр малына аҙыҡ йәшел үләнгә тиклем артығы менән етә. Әлеге көндә 30 гектар ер һөрөлдө, уның 5 гектарына арыш сәстек. Әммә көндәрҙең ҡоро тороуы арҡаһында уңыш яҡшы булыуы икеле. Техникалар совет заманынан ҡалған булһа ла, барыһы ла яҡшы һаҡланған. Уларҙы ваҡытында көйләп, ремонтлап торорға кәрәк.
Малдарҙы хәҙер тик ит өсөн үҫтерәбеҙ. Халыҡҡа тере килеш килешелгән хаҡҡа һатабыҙ. Урында етештерелгән сифатлы иткә ихтыяж бар. Унан килгән аҡса яғыулыҡ, йә башҡа кәрәк-яраҡ өсөн тотонола. Был өлкәлә эшләгәндәрҙең ял, байрам көндәре лә юҡ. Ваҡытында мал-тыуарҙы ҡарарға, һәр миҙгелдә һуңлатмай сәсеү, урып-йыйыу эштәрен атҡарырға кәрәк. Яңы миҙгелде ниндәй әҙерлек менән башлайһың, һөҙөмтәһе лә шулай була, - ти Ильяс Әлфәт улы.
Һүрәттә: Ильяс Хафизов (уңда) хужалыҡ эшсеһе Ғәрифулла Канафин менән.