Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Октябрь 2021, 10:07

Байрамына күрә - бүләге!

Башҡортостандың күп милләтле халҡы ѳсѳн Республика кѳнѳ ҙур һәм әһәмиәтле байрамдарҙың береһе булып тора.

Байрамына күрә - бүләге!
Байрамына күрә - бүләге!

Республиканың ҡала-райондарында, ауылдарҙа, был байрамды данлап, тѳрлѳ тантаналы саралар ойошторолдо. Ошондай
күркәм сара Белорет ҡалаһының музыка мәктәбе залында ла үтте. Байрам уңайынан үҙҙәренең изге эштәре менән республикабыҙға, уның халҡына файҙа килтергән бер тѳркѳм яҡташтарыбыҙ тѳрлѳ наградаларға лайыҡ булды.

Яҡташыбыҙ, Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ранис Алтынбаевҡа "Белорет районы һәм ҡалаһының Почетлы гражданины" тигән маҡтаулы исем таныҡлығы тапшырылды. Яҡташтары Ранис Рәис улы был юғары баһаға райондың мәҙәни үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн лайыҡлы тип тапты. Ранис Алтынбаев үҙе лә был тантанаға бүләкһеҙ килмәгән. Ул Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Маҡтау ҡағыҙын мәҙәниәткә хеҙмәт иткән, йәш быуынға эстетик тәрбиә биреүҙә, рухи ҡиммәттәрҙе арттырыуға өлөш индергән Белорет балалар художество мәктәбе уҡытыусыһы Клавдия Александровна Матвееваға тапшырҙы.

Йәш быуынды тәрбиәләүҙә, уларҙың күңеленә илһѳйәрлек тойғолары һалыуҙа әүҙем ҡатнашҡан, йәмәғәт эше алып барған Белорет металлургия комбинатының Тирлән тимер-ҡалай прокат цехы ветерандар советы рәйесе Виктор Николаевич Помыкалов, Белорет металлургия комбинатының ветерандар советы секретары Мария Паникеевна Пухова "Белорет районы һәм ҡалаһының Почетлы ветераны" исеменә лайыҡ булдылар.

Ижад һѳйѳүселәр ѳсѳн, әҙәбиәткә үҙҙәренең әҫәрҙәре менән ѳлѳш индергән яҙыусы, шағирҙарға районда проза һәм шиғриәт ѳлкәһендә әҙәби премиялар булдырылған. Ошо йылдар эсендә яҡташыбыҙ, яҙыусы, романист Яныбай Хамматов исемендәге премияға проза ѳлкәһендә билдәлелек яулаған бер тѳркѳм район-ҡала яҙыусылары лайыҡ булды. Шиғриәт ѳлкәһендә "Ағиҙел ѳҫтѳндә йәйғор" премияһын да күп кенә шағирҙарыбыҙ алды.

Был юлы Яныбай Хамматов исемендәге премия Сосновка ауылынан яҙыусы, шағир, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, "Ҡуңыр буға" тѳбәк әҙәби ойошмаһы рәйесе Мәүлит Кәримовҡа хикәйәләре, повестары ѳсѳн
бирелде. Мәүлит Зиннәт улы гәзит уҡыусыларыбыҙға үҙенең китаптары, хикәйәләре, повестары, шиғырҙары менән дә, әүҙем йәмәғәтсе булараҡ та таныш. Уның "Һүрелмәгән хистәр", "Гонорар", "Дүртенсе быуын", "Һуңғы осрашыу" исемле хикәйәләре, юморескалары һәм башҡа әҫәрҙәре "Биҙәктәр" китабында донъя күргәйне. Гәзит уҡыусылар уның әҫәрҙәрен яратып уҡый.

Ҡаланан Евгений Сухов "Жизнь продолжается" ("Тормош дауам итә") тип исемләнгән китабы ѳсѳн Яныбай Хамматов исемендәге премияға лайыҡ булды. Евгений Николаевич 20 йылға яҡын "Плавка" әҙәби ойошмаға етәкселек итте. 8 китап авторы, 20-нән ашыу китаптар йыйынтығында уның хикәйәләре, шиғырҙары баҫылып сыҡты. Быйыл ул "Тормош дауам итә" тип исемләнгән китап сығарып, әҙәбиәт һѳйѳүселәрҙе ҡыуандырҙы.

"Ағиҙел ѳҫтѳндәге йәйғор" премияһы ла ике шағирға тапшырылды. Александр Тутиков - 17-се гимназияла рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Оҙаҡ йылдар "Плавка" әҙәби ойошма ағзаһы булып тора. Уның шиғырҙары Белорет авторҙарының тѳрлѳ йыйынтыҡтарында, республика, ҡала баҫмаларында донъя күрҙе. Александр Владимировичтың быйыл баҫтырып сығарған "Из мерцающих созвездий" тип исемләнгән шиғырҙар йыйынтығы поэзия яратыусылар араһында популярлыҡ яуланы. Тап ошо китабы ѳсѳн Александр Тутиков "Ағиҙел ѳҫтѳндәге йәйғор" премияһына тәҡдим ителде.

Шиғриәт ѳлкәһендә "Ағиҙел ѳҫтѳндәге йәйғор" премияһын тағы бер һәләтле шағирәбеҙ алды. Фәйрүзә Кинйәбаева Сабир Шәрипов исемендәге "Иҙел башы" әҙәби ойошмаһы ағзаһы. Ололар ѳсѳн дә, балалар ѳсѳн дә күңелгә ятышлы шиғырҙар, йырҙар ижад итә. Фәйрүзә Хәбетдин ҡыҙы ике китап авторы: "Кѳҙҙәргә яғам ялҡын", "Нәҫел ебе - шәжәрәм" исемле китаптарында баҫылған шиғырҙарҙы балалар ҙа, ололар ҙа яратып уҡый, яттан һѳйләй. Уның шиғырҙары "Ағиҙел", "Аманат", "Аҡбуҙат" журналдарында, "Башҡортостан", "Урал", "Яйыҡ" гәзиттәрендә баҫылып тора.

Муниципаль район Советының Маҡтау ҡағыҙы менән эшҡыуар, район Советы депутаты Азат Вилданов, Ломовка ауыл биләмәһе советы депутаты Олег Кожин, Ишле ауыл биләмәһе советы депутаты Венера Мағазова бүләкләнде.

Мәҙәниәт һәм сәнғәт ѳлкәһендәге ҡаҙаныштары ѳсѳн ҡала Мәҙәниәт һарайының "Элегия" халыҡ вокаль квартеты, "Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы" тигән юғары исемде йѳрѳткән халыҡ академия хорының художество етәксеһе, хормейстер Алеся Гайдаренко миҙал менән наградланды.

Был кѳндѳ медицина хеҙмәткәрҙәре лә фиҙаҡәр хеҙмәттәре ѳсѳн рәхмәт һүҙҙәре һәм наградалар менән бүләкләнде. Белорет районы муниципаль район хакимиәтенең Маҡтау ҡағыҙы менән госпиталдең травматология хосписы ѳлкән медсестраһы Наталья Дмитриева (һүрәттә), дауалау бүлеге операторы Николай Вурсало, үҙәк район клиник дауаханаһының хужалыҡ эштәре буйынса начальнигы Сергей Столбов бүләкләнде.

Республика кѳнѳнә арналған тантанала ҡаланың тѳрлѳ уҡыу йорттарында уҡып йѳрѳгән, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан алдынғы студенттар ҙа иғтибар үҙәгендә булды. Халыҡ мәғарифы һәм Рәсәй Федерацияһы фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзы президиумы стипендияһы Дипломы менән педагогия колледжы студенты Оксана Йомағужина бүләкләнде.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһы Дипломы педагогия колледжы студенты Егор Бубновҡа, металлургия колледжы студенты Александр Грибенюкка тапшырылды.

Уҡыуҙа алдынғылыҡты бирмәгән, йәмәғәт эшендә әүҙемлек күрһәткән, студент инициативаларын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашҡан йәштәргә муниципаль район хакимиәте башлығының стипендияһын тапшырҙылар. Уға медицина колледжы студенткаһы Аурелия Костя, педагогия колледжы студенткаһы Елизавета Лысенкова, Магнитогорск дәүләт техник университетының Белореттағы филиалы студенткаһы Наталья Меделяева, Башҡорт архитектура, төҙөлөш колледжының Белорет филиалы студенты Кирилл Корашурин лайыҡ булдылар.

Байрамды ҡала Мәҙәниәт һарайының үҙешмәкәр артистары дәртле йырҙары, бейеүҙәре менән биҙәне.

Сатура МИНҺАЖИТДИНОВА.
Рәсимә СӘЛИХОВА фотолары.

 

Автор:
Читайте нас: