Башҡорт халҡында борондан ҡалған ырым-ышаныуҙар күп: “шишәмбе - ҡоро көн, юлға сығырға, ҙур эш башларға ярамай”, “йома - изге көн, ул көндө кер, иҙән йыуырға, бысраҡ һыу түгергә ярамай”. Күп ырымдар әлмисаҡтан, тормош тәжрибәһе аша һынау үтеп, ата-бабаларыбыҙ тарафынан быуындан-быуынға тапшырылған. Шулай уҡ ислам дине аша килеп ингән ышаныуҙар ҙа бар. Дағстан әүлиәһе Сәйед әфәнде әл-Чиркәүиҙең “Тәнбих әл-әүәм илә дәғүәт әлҠөрьән” китабында көндәргә бәйле ышаныуҙар тураһында түбәндәгесә риүәйәттәр яҙылған.
Рәсүлебеҙ: “Йәкшәмбе ағас ултырта, өй һала торған көн”, - тигән. Йәкшәмбе Аллаһы Тәғәлә был донъяны барлыҡҡа килтергән. Ҡайһы бер ҡараш буйынса, был көндө ожмах пәйҙә ителгән һәм ағас ултыртылған.
Пәйғәмбәребеҙ: “Дүшәмбе - сәйәхәт итеү һәм һатыу, алыш-биреш көнө”, - тигән. Шөғәйеп пәйғәмбәр дүшәмбелә юлға сыҡҡан һәм был көндө сауҙаһынан уңышлы табыш алған.
Пәйғәмбәр: “Шишәмбе - ҡан көнө, ҡан ҡойош”, - тигән. Был көндө Әҙәмдең, ғәләйһис-сәләм, улы Ҡабил Һабилды үлтерә, пәйғәмбәрҙәр Джарджис, Зәкәрийә һәм уның улы Яхъяның йәне ҡыйылған. Шишәмбелә Фирғәүен Муса пәйғәмбәрҙе, пәйғәмбәр тип ҡабул иткәндәре һәм иман килтергәндәре өсөн, үҙенең сихырсыларын һәм ҡатыны Асияны язалай. Рәсүлебеҙ шишәмбелә ҡан сығарыуҙы, хиджама эшләүҙе тыйған. Шишәмбелә Аллаһы Тәғәлә тамуҡты барлыҡҡа килтергән. Ул Ғазраил фәрештәгә, кешеләрҙең йәндәрен алыусы һин булырһың, тигән. Шишәмбелә ожмахтан иблисте ҡыуып сығарған.
Пәйғәмбәребеҙ: “Шаршамбы көндө бәхетһеҙлектәр була”, - тигән. Шаршамбыла ғәскәре менән Фирғәүен диңгеҙгә батырыла, Сәлих пәйғәмбәрҙең халыҡтары юҡҡа сығарыла. Шаршамбыла тырнаҡ ҡырҡырға ҡушылмай. Проказа (махау) ауырыуы барлыҡҡ килеүе ихтимал, тиелгән. Ҡайһы бер ғалимдар иҫәпләүенсә, был көндө ауырыуҙар янына барырға кәңәш ителмәй. Шаршамбыла өйлә менән икенде араһында ҡылынған доға мотлаҡ бойомға аша.
Пәйғәмбәр: “Кесаҙна көндө йомоштар үтәлә, түрәбашлыҡтарға йомош менән барыу өсөн уңайлы”, - тигән. Кесаҙнала Ибраһим пәйғәмбәр Мысыр батшаһына бара һәм теләгенә ирешә. Был көндө батша уға Хәжәрҙе бүләк итә – Исмәғил пәйғәмбәрҙең буласаҡ әсәһен.
Рәсүлебеҙ: “Йома - ул никахлашыу көнө”, - тигән. Был көн Әҙәм менән Һауа, Йософ менән Зөләйха, Муса менән Шөғәйеп пәйғәмбәрҙең ҡыҙы, Сөләймән менән Балхис никахлашҡан. Никахты йомала үткәреү хәйерле, ә туйҙы теләһә ниндәй ваҡытҡа ла билдәләргә мөмкин.
Ибн Ғәббәс: “Кем йома көн тырнаҡ киҫә, Аллаһы Тәғәлә ул кешенең тәненән ауырыуын сығара һәм уға шифа бирә”, - тигән. Йома - ете көндөң әфәндеһе, мосолмандарҙың байрам көнө.
Һәр көндө Раббыбыҙ үҙе бар иткән. Улар инсек килеүенә ҡарамаҫтан, риза ҡалырға кәрәк. Ул: “Ниәтенә күрә бәрәкәтен бирермен”, - тигән. Шуға ла, бары тик яҡшылыҡҡа ғына ниәт итеп, үҙебеҙҙе, эштәребеҙҙе ихлас Раббыбыҙға тапшырһаҡ, Уға ғына һыйынһаҡ, һәр ваҡыт зекер ҡылып йөрөһәк, көндәребеҙ матур, бәрәкәтле үтер, иншә Аллаһ.
Дини календарҙан.