Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Октябрь 2021, 10:00

Иң төп ризыҡ - ИКМӘК

16 октябрҙә Бөтә донъя икмәк көнө билдәләнә.

Иң төп ризыҡ - ИКМӘК
Иң төп ризыҡ - ИКМӘК

Был байрам 2006 йылда Халыҡ-ара икмәк бешереүселәр һәм икмәк бешереүсе-кондитерҙар союзының инициативаһы менән булдырыла.

Беренсе икмәкте 15 мең йыл элек Урта Азияла бешерә башлайҙар. Ул саҡта һыу менән болғанған ондо ҡыҙған ташҡа һалып әҙерләгәндәр. Хәҙерге көндә һәр илдең икмәк-булка изделиелары әҙерләүҙең үҙ традициялары бар. Мәҫәлән, Рәсәйҙә традицион икмәк булып каравай һәм арыш икмәге, Яҡын Көнсығышта - пита, Францияла - багет, Италияла - фокачча һәм чиабатта, Төнъяк Кавказда чурек һанала.

Икмәк - углеводтарға, аҙыҡ сүстәренә, витаминдарға (шул иҫәптән В төркөмө витаминдарына), магний, селен, тимер кеүек микро һәм макроэлементтарға бай. Уртаса 100 грамм юғары сортлы ондан бешерелгән икмәктә 226 килокалорий, 7,64 грамм аҡһым, 3,29 грамм май, 50,61 грамм углевод иҫәпләнә. 100 грамм бөтөн бойҙай ононан бешерелгән икмәктә уртаса 213 килокалорий, 5,88 грамм аҡһым, 0,96 грамм май, 45,23 грамм углевод тупланған.

Туҡлыҡлы матдәләрҙең күп өлөшө сүпрәһеҙ, бөтөн бойҙай онона кәбәк ҡушып бешерелгәнендә. Ябай аҡ икмәктә файҙалы матдәләр һәм күҙәнәклектәр (клетчатка) юҡ кимәлдә. Икмәкте саманан тыш күп ашаған хәлдә, уның организмға файҙаһы булмай, был, киреһенсә, һимереүгә, ҡанда холестерин кимәленең артыуына, диабет, ҡан тамырҙары, йөрәк ауырыуҙарына килтерә. Бынан тыш, цехтарҙа етештерелгән икмәктә консерванттар, буяуҙар, эмульгаторҙар кеүек зарарлы матдәләр булыуы мөмкин.

Шәкәр диабеты, артыҡ тән ауырлығы, целиакия (глютеинды үҙләштерә алмағанда) булған хәлдә, был ризыҡтан баш тартырға кәрәк.

Сөсө икмәк әҙерләү өсөн: 500 мл кефир йәки әсегән һөт, 600 грамм он, 2-3 аш ҡалағы ҡаймаҡ, 1 балғалаҡ тоҙ, 1 балғалаҡ аш содаһы һәм тәм өсөн шәкәр кәрәк. Кефирға йәки әсегән һөткә аш содаһы һалып болғатырға. Ул күпергәс, тоҙ, әҙерәк шәкәр, ҡаймаҡ ҡушырға. Он өҫтәп ҡамыр баҫырға. Ҡамыр йомшаҡ килеп сығырға тейеш. Өҫтөн ҡаплап, ярты сәғәт үткәс, табаға ҡул менән йәйеп һалырға. 220 градусҡа тиклем ҡыҙған мейескә 30-40 минутҡа оҙатабыҙ. Сөсө икмәкле сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: