Был статус Бөтә донъя Кулинарҙар берекмәләре ассоциацияһы тарафынан бынан 15 йыл элек барлыҡҡа килә. Һәр көн беҙҙе үҙҙәренең тәмле аш-һыуҙары менән һыйлау өсөн уларға оҫталыҡ та, бөхтәлек тә, теүәллек тә, тырышлыҡ та талап ителә һәм ул еңел булмаған хеҙмәттең береһе булып тора.
Бигерәк тә мәктәп, балалар баҡсаһында, балаларҙы туҡландырыу үҙәктәрендә эшләгән ашнаҡсылар иңенә ҙур яуаплылыҡ һалынған. Берҙән, уларға Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте тарафынан билдәләнгән ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү талап ителһә, икенсенән, балаларҙың организмизмына күберәк витаминға бай аҙыҡ, ауыр булмаған һәм дөрөҫ әҙерләнгән ризыҡ талап ителә. Эштәренең ни тиклем ауыр булыуына ҡарамаҫтан, беҙҙең “Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһында оҙаҡ йылдар инде бәләкәстәрҙе тәмле аштары менән һыйлаған Гүзәл Хөсәйенова, уның ярҙамсыһы Разалия Сәфәрғәлина эштәрен яратып, бөтә күңелдәрен биреп атҡаралар.
Гүзәл Вәлей ҡыҙы 2019 йылдан алып беҙҙең баҡсала ашнаҡсы булып эшләй. Бәләкәстәр һәр көн ул әҙерләгән төрлө-төрлө тәмле бутҡа, аш, бәлештәр, салаттар менән һыйлана. Улар һәр ризыҡты яратып ашайҙар, апайҙарына рәхмәт әйтәләр. Үҙ сиратыбыҙҙа ашханала эшләгән барлыҡ хеҙмәткәрҙәребеҙҙе һөнәри байрамдары ҡотлап эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге теләп ҡалабыҙ.
Айгөл Абдуллина, Динара Солтанова, тәрбиәселәр.