-3 °С
Болотло
Бының өсөн 350 грамм бешерелгән макарон, 200 грамм ҡаты сыр, 2 йомортҡа, 2 аш ҡалағы майонез, 20 грамм аҡ май, тәменә ҡарап тоҙ һәм ҡара борос кәрәк була.
Сырҙы терка аша үткәрәбеҙ. Айырым һауытта йомортҡа, майонез, тоҙ һәм боросто һалып туҡыйбыҙ. Макарондың яртыһын аҡ май менән майлаған формаға һалғас, өҫтөнә тоҙ, борос һәм бер аҙ сыр һибергә. Ҡалған макаронды һалып бөткәс, йомортҡа ҡушылған массаны өҫтөнә ҡойорға. Ҡалын ҡатлам сыр һипкәс, 180 градусҡа тиклем йылытылған мейестә 20 минут бешереп алырға.
Аштарығыҙ тәмле булһын!