Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Октябрь 2021, 10:05

Гәзиткә яҙылып, бүләк от!

Йылдар дауамында килгән матур традициябыҙҙы дауам итеп, аҙна һайын бүләктәр уйната башларға торабыҙ.

Гәзиткә яҙылып, бүләк от!
Гәзиткә яҙылып, бүләк от!

2022 йылға “Урал” гәзитенә яҙылыу дауам итә: 1 йылға - 1 579 һум 86 тин, 6 айға - 876 һум 66 тин, 3 айға - 438 һум 33 тин. Һуғыш ветерандарына, I һәм II тѳркѳм инвалидтарына ташламалар ҡаралған: 1 йылға - 1 483 һум 09 тин, 6
айға - 830 һум 16 тин, 3 айға - 415 һум 08 тин. Гәзиткә яҙылғанда ташламалы хаҡҡа хоҡуғығыҙҙы раҫлаған таныҡлығығыҙҙы күрһәтергә кәрәк булыр.

Ҡалала йәшәгәндәр гәзиткә осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылып, үҙҙәре килеп алып йѳрѳй ала. Интернет киңлектәрен байҡаусылар ѳсѳн гәзитебеҙҙең электрон версияһы бар. Хаҡы - 600 һум.

Хѳрмәтле гәзит уҡыусылар! Тормош, йәшәйешебеҙҙә ниндәй генә үҙгәрештәр булып, ниндәй генә ҡатмарлыҡтар осрамаһын, ваҡыт менән һыналған бәйләнеш ѳҙѳлмәҫ, дуҫтарыбыҙ һаны кәмемәҫ тип ышанабыҙ. Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, гәзит биттәрендә һеҙҙең ѳсѳн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәттәр биреүҙән тыш, тѳрлѳ конкурстар ойоштороп, бүләкләү сараһын күрербеҙ.

Йылдар дауамында килгән матур традициябыҙҙы дауам итеп, аҙна һайын бүләктәр уйната башларға торабыҙ. Төп бүләгебеҙ - емеш-еләк киптергес! “Урал” гәзитенә яҙылып, квитанцияғыҙҙы редакцияға алып килегеҙ йәки почта аша ебәрә һалығыҙ. Адресыбыҙ: Белорет ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 55/1.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: