Атайым 1892 йылда тыуа. Әсәһенән - 5, атаһынан 7 йәшендә генә етем ҡалып, өләсәһе ҡулы аҫтында 12 йәшенә тиклем үҫә. Өләсәһе үлгәс, ағалары үҫеп еткәнсе ярҙам итәләр. Йәше етеп, мәҙрәсәгә уҡырға төшә. “Өләсәйем муллаға май, ҡорот бирә торғайны. Шуның өсөн мулла бигүк белем бирергә теләмәй ине”, - тип иҫкә алыр ине атайым.
1922 йылда әсәйем Гөлминиса Вәлиша ҡыҙы менән донъя көтә башлайҙар. НЭП (яңы иҡтисади сәйәсәт) осоронда кәсеп итеп ат, һыйыр һатып алалар һәм бер нисә йылдан яңы йорт һалып сығалар. Ауылдарҙа коллективлаштырыу башланғас, колхозға ике ат, ике һыйыр тапшырып эшләйҙәр. 1933 йылда атайыма “кулак” мөһөрө тағылып ҡулға алалар. Суд ҡарары буйынса, 2 ат, һыйырҙарын һәм өйҙәрен колхозға тартып алалар. Шулай итеп, әсәйем 5 бала менән бер нәмәһеҙ урамда тороп ҡала. Өй колхоз иҫәбенә күскәс, ҡунаҡ өйө итеп ҡуялар. Колхозға килгән район етәкселәре шунда ҡунып йөрөр була, йәнә Аҙналы, Ҡаҙыш, Ҡоҙғон-Әхмәр ауылдарынан ауыл советы рәйестәреғаиләләре менән йәшәгәндәр.
Атайым Алыҫ Көнсығыш тимер юл магистрален тѳҙѳүгә ебәрелә. Шунда эшләгәндә бик күп Грамоталарға (һүрәттә) һәм башҡа наградаларға лайыҡ була.
Ғаилә башлығын ҡулға алғастар, әсәйемде колхоз ағзалығынан сығаралар. 1934 йылда яҙғы сплав мәлендә уны Нура ҡасабаһына ебәрәләр. Был ваҡытта уның 5 көнлөк сабыйы өйҙә ҡала. Сплавтан ҡайтҡанса йәш баланы һәм 2 йәшлек малайын һыйыр һөҙөп үлтерә.
Атайым ҡайтҡас, колхозда икәүләп эшләй башлайҙар. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда атайым төрлө вазифала эшләй. Әсәйем һыйыр һауа, Сәлиха апайым һарыҡ көтә, Нәсибулла ағайым төрлө эштәрҙе атҡара.
Һуғыш бөткәс, атайым, апайым, ағайым “Бѳйѳк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте ѳсѳн” миҙалдары менән наградланалар.
Колхоз малы яҙҙан алып ҡар яуғансы Йәнлек тауы ашаһындағы йәйләүҙә булыр ине. Һауынсылар, көтөүселәр унда ғаиләләре менән йәшәнеләр. Бурамаларҙы йылытыу өсөн усаҡ сығаралар, унда аш-һыу, сәй ҡайнаталар.
Һуғыш башланғанда миңә 3-сө йәш киткән булған. Шулай бер көн әсәйем иртәнсәк һыйыр һауырға сыҡҡанда, сыуал эсенә инеп китеп күлдәгемә ут тоҡанып эсемде яндырғанмын.
Йәйләүҙә һауылған һөттө Сермәндәге сепараторныйға ат менән алып барып тапшырғандар. Мин һауыҡҡас, һөттө тапшырыу эшен әсәйемә ҡушалар. Уның һөйләүе буйынса, көн дә яңы парлы аттарҙы егеп, мине үҙенә иптәш итеп алып йөрөткән, сөнки юл буйында һуғыштан ҡасып йөрөүселәр осрап торған. Улар юлға сығып һөт, ҡаймаҡ һорап торор булғандар. Шуға күрә көн дә яңы аттарҙы еккәндәр. Шулай итеп, мин дә 4-5 йәштән һуғыш осоронда “эшләгәнмен”.
Атайым бик сабыр холоҡло кеше ине. 79 йәшендә гүр эйәһе булды, ә әсәйем, күп ҡайғы-хәсрәттәр күреүгә ҡарамаҫтан, 95 йәшенә тиклем ғүмер итте. Миндә булған барлыҡ яҡшы сифаттар атай-әсәйемдән күскән аманаттыр. Рәхмәт уларға! Йәндәре йәннәтә, урындары ожмахта булһын.
Әҡсән ЯЛАЛЕТДИНОВ,
Рәсәйҙең хеҙмәт ветераны, район-ҡаланың Почетлы гражданины.