Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының Рәхмәт хаттары менән ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһының акушеркаһы Наталья Ивановна Кириллова, шәфҡәт туташы-анестезиолог (МПЦ) Лариса Михайловна Зеркина, палата шәфҡәт туташы (ПНД) Светлана Николаевна Дуракова, педиатрия бүлегенең участка шәфҡәт туташы Роза Рафаил ҡыҙы Ғәлимйәнова бүләкләнде.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамоталары менән Белорет ҡалаһының ОСМП фельдшеры Александр Владимирович Губин, 1-се хирургия бүлегенең яраны бәйләү бүлмәһенең шәфҡәт туташы Лилиә Фәтих ҡыҙы Шәмсетдинова наградланды.
Мөхәмәтйәноваға, ультратауыш диагностика кабинетының шәфҡәт туташы Наталья Евгеньевна Семериковаға тапшырылды. “Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн” миҙалдары менән массаж буйынса шәфҡәт туташы Эльза Шәрифулла ҡыҙы Хужиәхмәтова, педиатрия бүлегенең өлкән шәфҡәт туташы Фирүзә Баймөхәмәт ҡыҙы Хөсәйенова, 1-се терапия бүлегенең участка шәфҡәт туташы Марина Мусавировна Осипова, анестезиология -реанимация бүлегенең шәфҡәт туташы-анестезиолог Эльза Хәлит ҡыҙы Сафина бүләкләнде.
“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы” тигән маҡтаулы исемгә анестезиология -реанимация бүлеге мөдире, табип-анестезиолог Вера Николаевна Дмитриева лайыҡ булды.
Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамоталары менән яңы тыуған балалар өсөн реанимация һәм интенсив терапия бүлеге мөдире, табип-анестезиолог-реаниматолог Алексей Юрьевич Яковлев, хирургия бүлеге мөдире, табип-хирург Валерий Николаевич Дмитриев һәм Асы амбулаторияһының акушеркаһы Фәриҙә Мөхөтдин ҡыҙы Ноғоманова наградланды.
Әйткәндәй, Республика һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре тарафынан үткәрелгән "Минең дауаханам - минең профсоюзым" видеороликтар конкурсында беҙҙең Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының профсоюз ойошмаһы I урын яуланы.