Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Ноябрь 2021, 12:14

Мәкерле сир

Шәкәр диабеты - ашҡаҙан аҫты биҙе гормоны - инсулин етешмәгәнлектән, аҙыҡ менән углеводтарҙы үҙләштереүҙең боҙолоуы арҡаһында барлыҡҡа килгән сир ул.

Мәкерле сир
Мәкерле сир

Организмды ҡаҡшау хәленә еткергән был мәкерле ауырыуҙың ике төрөн билдәләйҙәр: 1-се тибы ашҡаҙан аҫты биҙенең инсулинды етерлек кимәлдә эшкәртмәүе арҡаһында барлыҡҡа килһә, 2-се тибы иһә инсулиндың нормаль йәки ҙур күләмдә эшкәртелеп, туҡыма күҙәнәктәренең уны үҙләштермәүе менән ҡылыҡһырлана.

 Артыҡ кәүҙә ауырлығы, аҙ хәрәкәтләнеү, дөрөҫ туҡланмау, үтә көйһөҙләнеү, оҙайлы көсөргәнеш, ауырлы саҡта ҡанда шәкәр кимәленең артыуы, нәҫелдә шәкәр диабеты менән ауырыусыларҙың булыуы - был эндокрин системаһы сиренә килтергән төп сәбәптәрҙән.

Шәкәр диабетын нисек асыҡларға?

Шәкәр диабетын иң элек һыуһау, күпләп бәүел бүленеп сығыуы, хәлһеҙлек, тиҙ арыусанлыҡ, йәрәхәттәрҙең оҙаҡһыҙ уңалмауы, тән тиреһенең ҡороуы, ҡысыныу, ябығыу кеүек билдәләр арҡылы асыҡларға мөмкин.

Әйткәндәй, ҡандағы шәкәрҙең нормаға яраҡлы күрһәткестәре:

- ас ҡарынға - 3,3-5,5 ммоль/л;

- ашағандан һуң 2 сәғәт уҙғас - 7,8 ммоль/л. Шәкәр диабеты һуҡырайыу, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының зарарланыуы, бөйөр эшмәкәрлегенең насарайыуы кеүек өҙлөгөүҙәргә килтереүе ихтимал.

Шәкәр диабеты менән сирләүселәр өсөн йәшәү рәүешен үҙгәртеү, тәү сиратта, диета тотоуҙан һәм физик йөкләмәләр режимын үтәүҙән ғибәрәт.

Туҡланыуға килгәндә, йәшелсәләрҙе рационда сикләүһеҙ ҡулланырға мөмкин. Шулай уҡ майһыҙ ит, балыҡ кеүек ризыҡтарҙан да баш тартырға кәрәкмәҫ. Уның ҡарауы, шоколад, торт, бал, кәнфит кеүек тәм-томдарҙан бөтөнләй ситен булыуың хәйерле.

Көндәлек туҡланыуҙы өс төп һәм ике өҫтәмә ризыҡ ҡабул итеүгә бүлеү зарур. Был ысул асығыуҙы булдырмау һәм ҡандағы шәкәр кимәлен арттырмау йәһәтенән йәпле. Икмәк, картуф, дөгө, бутҡа, макарон изделиеларын, ҡуҙаҡлыларҙы, емеш-еләк ҡулланыуҙы кәметеү ҙә ҡандағы шәкәр кимәлен көйләргә ярҙам итер.

Шәкәр диабетын профилактикалау саралары

Асығырға, ҡаты диеталар менән мауығырға ярамай;

- көнөнә бер нисә тапҡыр, бер үк ваҡытта, ҙур булмаған порциялар менән тәғәм ҡылыу;

- асығыу тойғоһо булмайынса ризыҡҡа йоғонмау; - менюҙы төрләндереү, рационда яңы йәшелсә-емешкә өҫтөнлөк биреү, майлы, консерваланған аҙыҡтан баш тартыу;

- спорт менән шөғөлләнеү, көн дә самалы физик йөкләмәләр башҡарыу.

Әйткәндәй, спорт менән дуҫ булғанда матдәләр алмашыныуы әүҙемләшә, ҡан күҙәнәктәре яңыра, уларҙың составы яҡшыра;

- аҙ хәрәкәтсәнлек шәкәр диабеты сиренә тарытыусы төп сәбәптәрҙән;

- 30 минутлыҡ көндәлек йәйәү йөрөүҙәр шәкәр диабеты барлыҡҡа килеүҙе 30 процентҡа кәметһә, телевизор, компьютер экраны алдында уҙған һәр ике сәғәт был ҡурҡыныс сиргә тарытыуға этәргес булыр.

 Ыңғай эмоциональ көйләнеш, яҡшы кәйеф тә - шәкәр диабетынан профилактика сараһы ул. Уның ҡарауы, даими стрестар, көйһөҙлөк, нервы өҙлөгөүҙәре был хроник сирҙең барлыҡҡа килеүенә сәбәп кенә.

Тәмәке тартыу, эскелек кеүек насар ғәҙәттәрҙән ситен булығыҙ! Ваҡытында скрининг тикшереүен үтергә онотмағыҙ!

 Иҫегеҙҙә тотоғоҙ!

 - углеводлы аҙыҡтар ҡандағы шәкәр кимәлен күтәрә; - инсулин, физик күнегеүҙәр арҡылы ҡандағы шәкәр кимәле кәмей;

- аҙыҡта углеводтарҙың етерлек кимәлдә булмауы гипогликемияға килтереүе ихтимал. Ҡандағы шәкәр кимәленең төшөүен баш әйләнеүе, ҡалтыраныу кеүек билдәләр аша аңларһығыҙ. Был осраҡта йәһәт кенә өс-дүрт киҫәк шәкәр ашағыҙ, йәиһә емеш һутын эсегеҙ.

Физик әүҙемлекте арттырған һайын ҡанда шәкәр кәмей бара, шуға ла өҫтәмә углеводтар ҡабул итеү фарыз, мәҫәлән, бер сәғәтлек йәйәү йөрөү бер стакан емеш һуты йәки икмәк киҫәге менән компенсацияланырға тейеш.

 Мөмкин тиклем тулыраҡ ҡанлы тормош алып барам тиһәгеҙ, ҡандағы шәкәр кимәлен билдәләргә онотмағыҙ. Был - физик күнегеүҙәрҙең һәм ризыҡ ҡабул итеүҙең ҡандағы шәкәр кимәленә нисек тәьҫир итеүен аңлау өсөн кәрәк. Һәр саҡ үҙегеҙ менән шәкәр йөрөтөгөҙ.

Сәләмәт булығыҙ!

Вячеслав КУЛАКОВ,

 врач контроле кабинеты мөдире, медицина профилактикаһы табибы.

Фото: www.diacheck.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: