Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Ноябрь 2021, 17:15

Ҡоро йүтәлдән - халыҡ дауаланыуы саралары

Ҡыш етте, ҡайһы ваҡыт ҡоро йүтәл йонсотҡанда, ниндәй генә ысулдар ҡулланып ҡарарға тура килмәй. Айырыуса, балалар йыш йонсой. Түбәндәге халыҡ медицинаһы сараларын ҡулланып ҡарарға кәңәш итәбеҙ.

Ҡоро йүтәлдән - халыҡ дауаланыуы саралары
Ҡоро йүтәлдән - халыҡ дауаланыуы саралары

√Аяҡты горчицалы ҡайнар һыуға тығып ултырырға, һуңынан бурһыҡ майы менән крем һөртөп, йөн ойоҡбаш кейеп ҡуйырға, майҙы күкрәккә һәм арҡаға ла һөртөргә. Шунан һуң төрөнөп ятырға кәрәк.

√Һарымһаҡты ҡайнар һыуға һалып, ингаляция яһарға.

√Көн һайын иртән бер ҡалаҡ ҡаҙ майы эсергә.

√Һуғанды таҙартып бокалға һалырға һәм өҫтөнә ҡайнаған һөт ағыҙырға. 5 минут төнәткәс, эсергә.

√Имбирь тамырын ыуғыстан ыуып, ҡайнатырға һәм ҡайнар килеш эсергә.

√Тигеҙ күләмдә һарымһаҡ, һуған, бал һәм керән тамырын алып, ит тартҡыстан сығарырға, көн һайын берәр бал ҡалағы ҡабырға.

√1 стакан һөттө ҡайнатып сығарырға һәм бер аҙ ғына аҡ май ҡушырға, ярты сәй ҡалағы аш содаһы һалырға һәм йылы килеш эсергә.

√Ҡайнаған һөткә бер аҙ ғына аҡ май, бал, ҡалаҡ осонда ғына аш содаһы һалырға һәм болғатып эсергә.

√Ҡайын япрағын сәй кеүек төнәтеп, көн буйына йотҡолап йөрөргә.

√Кишерҙе бешереп, төйөргә һәм бал ҡушып ашарға.

√10 дана ҡәнәфер орлоғона бер стакан ҡайнар һыу һалыргға һәм төнәтеп, йылы килеш эсергә.

√Бер баш һуғанды 5 минут самаһы һөттә ҡайнатып, 10 минут төнәтергә, ҡайнар килеш эсергә.

√Прополисты майҙа иретеп эсергә.

√Шәкәрҙе утта ҡыҙҙырып, шуны ҡайнар һөткә һалып эсергә.

√Һөттө ҡайнатып сығарырға, 3 баш һуғанды ваҡлап турап, шул һөттә 3 минут бешерергә, һөттө уттан алғас, бал ҡалағы осонда ғына аш содаһы һалырға һәм йылы килеш, көнгә өс тапҡыр эсергә.

√Бер стакан һөткә бер ҡуҙаҡ ҡыҙыл борос һалырға, ҡайнатып сығарырға. Ҡалаҡ менән баҫҡылап алырға һәм ун минут төнәтергә. Боросҡа баҫҡылап, әсеһен һөткә сығарырға. Йүтәл башланыуға, бер аш ҡалағы эсергә.

Йүтәл оҙаҡҡа китһә, һис шикһеҙ, табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.

Фото: www.fresh.ru

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: