Әле һатыуҙа хөрмә емешенең төрлө сорттары бар. Көҙгө ҡояшһыҙ көндәрҙә сағыу төҫлө, наҙлы һәм татлы был емеш күңелде күтәреп ебәрә. Калий, магний, каротин, тимер, натрий, фруктоза, глюкоза, А, С, Р витаминдарына мул хөрмә нервы күҙәнәктәрен, ҡан тамырҙарын нығыта, аш һеңдереүҙе яҡшырта, бөйөргә таш ултырыуын тотҡарлай, кәйефте лә күтәрә. Йодҡа байлығы уны ҡалҡан биҙе өсөн файҙалы итә, ә антиоксиданттар буйынса ул йәшел сәйҙән һис тә ҡалышмай.
Хөрмәлә кислоталар әҙ һәм шуға ла уны ашҡаҙан йәрәхәте, бөйөр, бауыр ауырыуҙары ваҡытында ҡурҡмайынса ашарға була. Кардиологтар ҙа был емеш менән һыйланырға ҡуша. Ул йөрәк насар эшләгәндә организмдан артыҡ һыуҙы сығарырға булышлыҡ итә, атеросклерозға ҡаршы профилактика сараһы булып тора. Нервы системаһына яҡшы тәьҫир итә, уның эшмәкәрлеген яҡшырта.
Рәсәйгә хөрмә емеше күберәк Азербайджан, Үзбәкстандан индерелә. Бында улар бик тиҙ килеп етә. Хөрмәне ғәҙәттә ауыҙҙы бөрөштөрә һәм бөрөштөрмәй торған сорттарға бүләләр. Бөрөштөрмәй торғаны түңәрәгерәк, ҡаты һәм бик йомшармай. Ә ауыҙҙы бөрөштөрә торғаны конус формаһында, тиҙ йомшағырғанға, уны өлгөрөп еткәнгә ҡәҙәр тиҙ йыйыу талап ителә. Уларҙың һабаҡ осо кипкән, көрән төҫкә инергә тейеш.
Ауыҙҙы бөрөштөрә торған хөрмә эргәһенә алма йәки банан һалып, бер нисә көнгә ҡалдырырға кәрәк. Еләк-емештән бүленеп сыҡҡан этилен хөрмәне тиҙ арала өлгөртөргә һәләтле.
Шулай ҙа һәр нәмәлә сама белеү яҡшы, шуға күрә хөрмәне күп ашау менән дә шаярырға ярамай.
Фото: Яндекс.Дзен